Эш менән ял аралаш бара 08.07.2015

ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары Өфө тормошо менән танышыуын дауам итә.  Берәүҙәр Ағиҙел буйлап теплоходта сәйәхәткә сыҡһа, икенселәр музей, ресторандарҙы үҙ итә. Милли аш-һыу менән ҡыҙыҡһыныусылар етерлек. Сит ил вәкилдәре баш ҡаланың зауыҡлы ҡунаҡханаларында урынлашҡан.

Ауыр эш көнөнән һуң рәхәтләнеп ял итергә лә мөмкин. Бының өсөн халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡханала барлыҡ уңайлыҡтар  булдырылған. Һәр бүлмәгә интернет, телефон бәйләнеше үткәрелгән. Стенаны баш ҡала күренеше биҙәй. Яҡында ғына фитнес-зал. Халыҡ унда бигерәк тә иртәнсәк күпләп йөрөй. Рессепшнда торған администраторҙар иһә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Сит ил вәкилдәрен дә улар яҡты күңел менән ҡаршылай.
Әлегә был ҡунаҡханала урындар ҡалмаған тиһәң дә була. 160 урындың һигеҙе генә буш. Сит ил вәкилдәре Башҡортостанға поезда килгән. Оҙон юл ялҡытманы, ти улар. Кенжекей Туҡтаморат Өфө менән үҙенең яҡташтарын махсус мәҡәләһендә таныштырырға,  фоторепортаж эшләргә ниәтләй.
Был ҡунаҡханала иң күбе - Ҡаҙағстан, Ҡытай һәм Һиндостан вәкилдәре. Һуңғылары өсөн бинала махсус матбуғат үҙәге лә эшләй. Сәйәси тормош үҙәгендә ҡайнау менән бер рәттән сит ил ҡунаҡтары төрлө мәҙәни программаларҙа ла ҡатнашып өлгөрә, Өфө менән таныша. Бигерәк тә, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары ҡыҙыҡһындыра уларҙы.
Баш ҡала ресторандарының береһендә ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан ит продукцияһы күпләп әҙерләнгән. Ҡаҙылыҡҡа ихтыяж ҙур булырын белдек, ти улар. Туҡланыу урындарына кискелеккә күпләп бронь дә ҡалдырылған.
Ресторан хеҙмәткәрҙәренә икеләтә көс төшә. Сит ил ҡунаҡтары бигерәк тә милли аш-һыуға өҫтөнлөк бирә икән. Шулай уҡ Европа кухняһына ла заказдар күп. Официанттар ҙа ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға махсус әҙерлек үткән. Инглиз телен яҡшы беләләр. Иң мөһиме, әлбиттә, йылмайыу, ти улар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика