Эш хаҡын ҡасан түләрҙәр?

Эш хаҡын ҡасан түләрҙәр? 09.10.2014

Былтыр августа Өфө электр лапмалары заводы ябылыу менән 500-гә яҡын кеше эшһеҙ тороп ҡалды.

Предприятие банкрот тип иғлан ителер алдынан халыҡҡа бер нисә ай дауамында эш хаҡы түләнмәй. Һөҙөмтәлә заводтың эшселәр алдында 40 миллион һумға яҡын бурысы йыйылған. Заманында бөтә илгә данлыҡлы завод ябылыуға йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡҡа тейешле эш хаҡы һаман түләнмәгән. Эшселәр ғәҙеллек эҙләп урамға сыҡты. Аҡсаны ҡайтарырға өмөт бармы?

Тейешле аҡсаларын ҡайтарыу өсөн халыҡ тағы ла завод алдына йыйылған. Уларҙың һәр береһенең ҡулында предприятиеның эшсе алдында бурысын иҫбатлаусы ҡағыҙ. Завод берәүҙәргә - 60, икенселәргә - 100, ә бәғзеләргә хатта 300 мең һум күләмендә эш хаҡын түләмәгән. Электр лампалары заводында 21 йыл эшләгәнГүзәл Фәтхинурова күҙ йәштәрен тыя алмай.

Заводта сыуалыштар 2012 йылда, эш хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килеү менән башлана. Былтырғы ҡаршылыҡ акцияһы ла һөҙөмтә бирмәй. Июндә эшселәрҙең береһе ҡаҙанлыҡ торбаһына менеп, унда 11 сәғәт буйы ултыра. Ул ваҡытта етәкселек шау-шыуҙы баҫыу өсөн эш хаҡын түләргә вәғәҙә итә. Әммә 23 августа һәр кешегә хеҙмәт кенәгәһен тапшырып, эш урындарын бушатырға ҡуша. Эш хаҡын ай дауамында түләргә вәғәҙәләйҙәр. Ғүмер буйы заводта бил бөккән кешеләр, пенсия алды йәшендәгеләр урамда тороп ҡала.

2011 йылда электр лампалары заводының барлыҡ ҡоролмалары эшселәре менән бергә «Сервис» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһына тапшырыла. Бөлгөнлөккә төшкән предприятиены тергеҙеү өсөн. Әммә бағланған өмөттәр аҡланмай. Заводтың элекке етәксеһе әйтеүенсә, тап ошо йәмғиәт эшләп килгән предприятиены юҡҡа сығарған.

Республика прокуратураһы түләнмәгән эш хаҡы буйынса тикшереү үткәргән. Эшләп алған аҡсаһын ҡайтарыуҙы талап итеп, Өфөнөң Орджоникидзе районы судына 200-ләп кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 164-нә аҡсаны ҡайтарырға тигән суд ҡарары сығыуға ҡарамаҫтан, бурыстар түләнмәгән. Ҡайһы бер эшселәр тейешле аҡсаһын ала алмай вафат була. Предприятие Һамар ҡалаһында теркәлеү сәбәпле, суд эштәре бер аҙҙан күрше төбәккә ебәрелгән. Ултырыштар эшселәр ҡатнашлығынан тыш үткән.

«Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе менән беҙ бәйләнешкә инә алманыҡ. Һамар ҡалаһының Ленин районы судына ебәрелгән хат та, аҙналар үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуапһыҙ ҡалды. Бойондороҡһоҙ юристар фекеренсә, ике йыл ваҡыт үтеү сәбәпле кешеләрҙең аҡсаларын ҡайтарыуға мөмкинлеге ҙур түгел. Әммә халыҡ ғәҙеллек тантана итәсәгенә ышана. Шуға күрә тырышлыҡ менән эшләгән һумдарын ҡайтарыуға өмөтөн өҙмәй.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика