Ер өсөн талаш

Ер өсөн талаш 17.03.2016

Октябрьский ҡалаһының Кувыкин урамында йәшәүселәр менән төҙөлөш компанияһы араһында балалар майҙансығы өсөн ғауға ҡупҡан. Яңы төҙөлгән йорт хужалары фатирҙарын һатып алғанда, эргәлә  йөҙ квадрат метрҙан ашыу майҙансыҡҡа ҡыҙыға. Ләкин уның урынында яңы йортҡа нигеҙ һалына.

Төҙөлөш планына ҡарағанда, был майҙанда 150 квадрат метрлыҡ балалар майҙансығы булырға тейеш. Рөстәм Закиров билдәләүенсә, төҙөлөш компанияһы уларға тәғәйенләнгән ерҙе тартып алып, йорт һала башлаған. Һөҙөмтәлә, рекламала ҡыҙыҡһындырған сағыу тәбиғәт урынына торлаҡ алдында ҙур бина ҡалҡып сыға.
Йортта башлыса бәләкәй балалы йәштәр йәшәй. Ата-әсәләр әйтеүенсә, улар күрше ихаталағы майҙансыҡҡа сығырға мәжбүр.
Проблеманы хәл итеү өсөн Кувыкин урамында йәшәүселәр төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт итә. Күп кенә документтар ҙа йыйған.  Ләкин йорт төҙөлөшө туҡтамай, бында эш ҡыҙыу бара, күрәһең. Компания юристы ла үҙҙәренең законға ҡаршы бер нәмә лә эшләмәүен белдерә. Төҙөлөш алып барыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙарын күрһәтә.
Халыҡтан яуған туҡтауһыҙ ялыуҙарҙан һуң ҡала хакимиәте төҙөлөштө туҡтатыу тураһында ҡарар ҙа сығарған була. Ләкин һуңғылары судҡа дәғүә биреп документты ғәмәлдән сығара.
Шамил Фәррәхов, Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: «Хәҙер беҙ төҙөлөштө туҡтатыу өсөн бер ниндәй ҙә сара күрә алмайбыҙ. Ә компания ҡулында суд ҡарары булғанлыҡтан, Кувыкин урамы 35/1 йортонда төҙөлөш дауам итә. Тимәк, ҡала хакимиәте торлаҡ-төҙөлөш кооперативы ялыуы буйынса суд тамамланғансы бер нимә лә эшләй алмай».
Сетерекле мәсьәләне суд ҡына хәл итә аласаҡ. Уның ҡасан тамамланасағы әлегә билдәһеҙ.  Шулай ҙа йорт хужалары бирешергә йыйынмай. Үҙҙәренең хоҡуҡтарын  яҡлап төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика