Ер аҫтындағы тормош 24.03.2015

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә йәшәү өсөн подвалдарҙан бүлмә бирелеүе бер кем өсөн дә сер түгел. Был шарттарҙа тиҫтәләгән йылдар йәшәүселәр ҙә байтаҡ. Ә инде ойошма менән эш мөнәсәбәттәрен өҙһәң, урамда ҡалдың тигән һүҙ. Өфөләге Ғөбәйевтар ғаиләһенә бәйле хәл - быға асыҡ миҫал. Инсульт кисергәс, урам һепереүсе булып эшләүсе Зәлиә Ғөбәйеваның Совет районының 38-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы өсөн кәрәге ҡалмай. Ҡатынды эштән сығаралар, хәҙер оҙаҡ йылдар йәшәгән урынынан да ҡыуалар.

Хәҙер Зәлиә Ғөбәйева оҙаҡ йылдар ҡәлғәһе тип һаналған подвалда үҙен хәүефһеҙ тоя алмай. Сит кешеләр үтеп инә, беҙҙе ҡыуып сығарырға тырыша, ти ҡатын. Эшһеҙ ҡалыу, торлаҡтан ҡолаҡ ҡағыу хәүефе эҙһеҙ ҡалмаған. Ҡатын бер нисә тапҡыр инсульт та кисергән. Ул дауаханаға ятырға ла ҡурҡа, үҙе булмағанда балаларын урамға ҡыуып сығарырҙар тип хафалана.  
38-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы 2013 йылда эш хаҡын түләүҙе тотҡарлай башлай. Бының менән риза булмаусы хеҙмәткәрҙәр ялыу яҙа. Зәлиә Ғөбәйеваны хәрәкәттең башлығы, тип төрлөсә ҡыҫырыҡлай башлайҙар. Бының менән нисек көрәшергә белмәгән ҡатын, тетрәнеүҙәрҙән ауырый башлай. Аҙаҡ иһә һаулығы буйынса эшкә ярамай, тип уны эштән бушаталар .
Был подвалды төҙөкләндереүгә, рәткә килетерүгә ғаилә күп көс түгә. Оҙаҡ йылдар дауам иткән эш һөҙөмтәһендә ҡояш нуры үтеп инмәгән бина фатирҙы хәтерләтә башлаған. Берҙән-бер торлағынан ҡолаҡ ҡағыу Ғөбәйевтар өсөн фажиғә.
Ғаиләне торлаҡтан сығарып маташҡан 38-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы иһә подвал йәшәү өсөн яраҡлы түгел, тип бара. Өҫтәүенә, беҙ бындағы счетчиктарға, крандарға инеү мөмкинлеген юғалттыҡ, тип аңлата ойошма юрисы. Ул шулай уҡ башҡа подвалдарҙа ошондай уҡ ғаиләләр йәшәүен дә инҡар итә.
Беҙ быны үҙебеҙ ҙә тикшерергә булдыҡ. Ғөбәйевтар торған йорттоң икенсе подвалында ла тағы ла бер урам һепереүсе ғаиләһе йәшәй. Үҙҙәре өйҙә булмаһа ла, быны күршеләре иҫбатлай.  
Күрше йортта ла подвалда йәшәүселәр бар. 38-се ЖЭУ хеҙмәткәрҙәре Зәлиә Ғөбәйеваның ауыр хәлгә тарыуын  яҡшы белә. Ҡасан да ублһа беҙ ҙә ошо уҡ хәлдә ҡалмаҫбыҙмы икән, тип хафалана улар.
Әлбиттә, мәсьәлә ябай түгел. Бәлки подвалда кеше йәшәргә тейеш түгел, тиеүҙәре дөрөҫтөр ҙә. Нисек кенә булмаһын, был техник бина. Тик торлаҡ-файҙаланыу участкаларының дәррәү подвалдарға хеҙмәткәрҙәрен индереүе сер түгел. Улар араһында бинаны хосусилаштырыусылар ҙа байтаҡ. Зәлиә Ғөбәйева ла ундайҙар исемлегенә инергә теләй. Әле ҡатын апрелдә үтәсәк суд ҡарарын көтә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика