Экзотик күргәҙмә 22.08.2014

Республика Милли музейында донъяның төрлө ҡитғаларынан йыйылған үҙенсәлекле ҡош, йәнлектәр менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкин.

Был ташбаҡа ете йәшлек Асҡарҙы күтәрә ала. Күргәҙмәне ойоштороусылар әйтеүенсә, йөҙ килограмға тиклем ауырлыҡ Һиндостандан килтерелгән йәнлек өсөн бер ни түгел. Күргәҙмә ике залға бүленгән. «Тропик ожмах»та 300 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән йәнлектәрҙе күрергә, төрлө тәбиғәт мөғжизәләре менән танышырға була.
Күргәҙмә халыҡты тәбиғәткә яҡынайтыу, иғтибарлыраҡ булыу ниәтендә ойошторолдо. Бында сит ил йәнлектәренән, ҡоштарынан тыш, Рәсәйҙә йәшәгән хайуандар ҙа бар.
«Тере йәйғор» залында ҡоштар батшалығының иң сағыу, һирәк төрҙәре хакимлыҡ итә. Улар араһында төрлө ҙурлыҡтағы, төҫтәге ҡоштар бар. Күргәҙмәлә Һиндостандан килтерелгән изге майна менән аралашырға мөмкин. Ул айырым һүҙҙәр генә түгел, тулы һүҙбәйләнештәр менән дә һөйләшә. Ә ихлас Егор исемле тутыйғош һәр кемде ҡысҡырып сәләмләп, оҙатып ҡала.
Диана Ғәлләмова, тамашасы: «Был күргәҙмә тураһында мин Интернет селтәренән белдем. Экзотик хайуандарҙы йыш күрмәйһең. Яратҡан йәнлегем янут та бар тигәстәре, тиҙ генә килеп еттем».
Күргәҙмә - тәбиғәттән алыҫ йәшәгән ҡала халҡы өсөн үҙе бер бүләк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡош-йәнлектәр балаларҙа ғына түгел, ололарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ул Өфөлә 7 сентябргә тиклем эшләй.
Александра Александрова, күргәҙмә хеҙмәткәре: «Беҙ һәр бер ҡош, йәнлек менән ентекле таныштырабыҙ. Оҡшаталар. Бигерәк тә балалар өсөн экзотик йәнлектәр оло ҡыуаныс тыуҙыра».
Экзотик күргәҙмә биш ҡитғанан ер-һыу хайуандарын, һөтимәрҙәрҙе, йөҙҙән ашыу тутыйғош төрҙәрен йыйған. Бында ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар рәхәтләнеп ял итә, йәнлектәр менән яҡындан таныша ала. Удав йыланына 12 йәш. Ул Көньяҡ Американан килтерелгән һәм кешегә уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика