Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләр йылында Башҡортостанда 118 йүнәлештә төрлө саралар башҡарыласаҡ 26.12.2016

Бөгөн хөкүмәт ағзалары уның эш планын раҫланы. Документ экология йылын үткәреү буйынса федераль  план менән бер нигеҙҙән.

Уға ярашлы, республикала тирә-йүнде, һауаны, һыуҙы һаҡлау, көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһен хәл итеү бурысы ҡуйыла. Төп иғтибар айырыуса һаҡланған биләмәләргә, ҡурсаулыҡтарҙы, рекреацион зоналарҙы рәткә килтереп, шул рәүешле  туризмды ла үҫтереүгә биреләсәк. Экологияны яҡшыртыу эшенә республика ҡаҙнаһы һәм шәхси эшҡыуарлыҡтан, эре предприятиеларҙан да аҡса йәлеп итеү планлаштырыла.
Илдар Һаҙыев,Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры: «Сәнәғәт предприятиеларының күп булыуы тирә-яҡ мөхиткә лә ҙур көсөргәнешлек өҫтәй. Беҙҙең маҡсат тәү сиратта эре предприятиеларҙа һауаға ырғытылған зарарлы матдәләр күләмен кәметеү. Бының өсөн эре ҡалаларҙа һауаны таҙартыусы ҡорамалдар урынлаштырырға иҫәп тотабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика