Экологик өмәләр дауам итә 23.04.2016

Бөгөн республика район-ҡалаларында йәшәүселәр сираттағы өмәгә сыҡты. Йорт алдары ғына түгел, учреждение, урман, юл буйҙары сүп-сарҙан таҙартылды, ҡороған ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡып, урынына яңы үҫентеләр ултыртылды.

Экологик өмәнән янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отряды хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Улар өмәне  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто менән берлектә ойошторҙо. Ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ҡырҡты, территорияны ҡороған япраҡтарҙан, кипкән үләндән, сүп-сарҙан таҙартты.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урманда санитарлыҡ эшен алып барғанда, балалар йорто хеҙмәткәрҙәре ихатаны рәткә килтерҙе. Берҙәм башҡарылған эш «һә» тигәнсә тамамланды.
Экологик өмәләр республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте. Акцияла ҡатнашыусылар тәбиғәтте бысратҡан бәғерһеҙ кешеләрҙең сүп-сарын таҙалауҙан тыш, йәш ағас үҫентеләрен дә ултыртты. Был һәүәҫкәр видеояҙманы беҙгә Белорет районының Әзекәй ауылында йәшәүсе телевизор ҡараусыбыҙ ебәргән. Экологик өмә сиктәрендә улар ағас ултыртҡан. Тиҫтәләрсә төп үҫенте алдағы йылдарҙа урындағы мәсет ихатаһын биҙәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика