Экологик өмәләр дауам итә

Экологик өмәләр дауам итә 02.05.2015

Һәр шәмбе республикала күләмле өмәләр ойошторола. Учреждениеларҙың тирә яғы, ҡала урамдары һәм зыяраттар сүп-сарҙан таҙартыла. Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылы ла акцияға ихлас ҡушылды.

Ринат Ишҡаев өмәгә килеүселәр араһында иң-олоһо. Уҙаман экологик сараны ҡалдырмай. Элек зыяратты ҡараусылар булһа, хәҙер уның таҙалығы беҙҙең намыҫта, ти ул.
Зыяраттағы онотолған ҡәберҙәрҙе, тирә-йүнде баҫҡан ҡый үләндәренән таҙартырға йөҙҙән ашыу кеше сыҡты. Уларҙың күбеһе күрше тирәнән, баш ҡаланан килеүселәр. Уларҙың береһе - Ниғмәтуллиндар ғаиләһе. Зыяратта уларҙың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хөрмәтулла Ниғмәтуллин ерләнгән.
Хәйер, Яңы Ҡыйышҡы ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалмаған. Ауыл халҡы ил именлеге өсөн көрәшеүселәрҙең ҡәберҙәрен таҙа тотоуҙы изге бурыс һанай.
Өмә гөрләп үтте. Ир-егеттәр йылдар буйы зыяратты баҫҡан ҡыуаҡтарҙы сапһа, ҡатын-ҡыҙҙар ҡый үләндәрен йыйып, ҡәбер рәшәткәләрен буяны. Йыйылған сүп-сар, ағас ботаҡтары яндырылды.
Өмә тамамланғас ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өҫтәлгә саҡырылды. Бында уларғә тәмле былау әҙерләнгән. Бөгөн Яңы Ҡыйышҡы ауылы халҡы эштән тыш ял да итте. Ошондай саралар халыҡты берләштерә, өмәләрҙә ҡатнашырға дәрт өҫтәй. Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу саралары бының менән тамамланмай. Улар киләһе йыл да уҙғарыласаҡ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика