Еңеү өсөн көрәш фронт һыҙығында ла, тылда ла бара

Еңеү өсөн көрәш фронт һыҙығында ла, тылда ла бара 20.02.2015

Бөгөн Өфөнөң Киров районы етәкселеге  һуғыш һәм тыл ветерандарын Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне. Тантанала һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Йәүҙәт Күҙәев та ҡатнашты. Ул һуғыштың аҙағынаса ут кисеп, 1946 йылда ғына демобизациялана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә Советтар Союзының көнбайыш төбәктәренән дүрт тиҫтәләп сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана. Улар араһында Рыбинсктан 26, Ленинградтан ике завод, шулай уҡ дәүләт учреждениелары, ғилми-тикшеренеү институты күсерелә. Башҡортостан эшселәре Оборона фондына 250 миллион һум аҡса индергән. Был килемгә «Башҡортостан истребителе», «Башҡортостан комсомолы», «Башҡортостан нефтсеһе», «Белорет металлургы» самолеттары, «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Башҡортостан пионеры» танк колонналары төҙөлә. 1941-1944 йылдарҙа фронтҡа 470 мең кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгән 360 вагон оҙатылған. Республика фашистар оккупацияһынан зыян күргән Ворошиловград өлкәһенә, Украинаға, Ростов, Курск, Смоленск һәм Воронеж өлкәләренә матди ярҙам күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку