Еңеү Парады репетицияһы ваҡытында Өфөлә  Октябрь проспектын  өс сөғәттән ашыу ваҡытҡа ябып торҙолар 04.05.2015

Уҙған төндә байрам тантанаһына әҙерлек сараһы уҙҙы. Мең ярымдан ашыу кеше сафтарҙа үтте. Улар араһында уҡыу йорттары тәрбиәләнеүселәре,  кадеттар, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар бар. Туғыҙынсы майҙа Ленин майҙаны буйлап  Рәсәй һәм Башҡортостан флагын, еңеү һәм 112-се  башҡорт кавалерия дивизияһы байраҡтарын почетлы ҡарауыл оҙатып барасаҡ.  

Репетиция  ваҡытында  әҙерлектә етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды. Еңеү Парадына һуңғы әҙерлек  алтынсы майҙа  кис  үткәрелә. Тимәк, тағы ла  Октябрь проспектының  Ҡала хакимиәте эргәһендәге  өлөшө ябылып торасаҡ.
Салауат Яҡупов,  парад  командиры, М.Гәрәев исемендәге осоусыларҙы  әҙерләүсе  мәктәп-интернат директоры:  «Дистанция һаҡламайҙар ине, үҙҙәренең урындарына тормайҙар. Был хаталарҙы төҙәтергә  ваҡыт бар. Дөрөҫ атлап  йөрөүҙән тыш сараны юғары кимәлдә  ойоштороу ҙа мөһим».    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика