Еңеүҙең 70 йыллығына 70 төп миләш

Еңеүҙең 70 йыллығына 70 төп миләш 09.05.2015

Баш ҡаланың Яҡутов паркында бөгөн «Еңеү аллея»һы асылды. Совет районы халҡы бында урынлашҡан «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә һалыуҙа ҡатнашты.

«Еңеү аллеяһы». Үҫентеләр йөҙ илле метр арауыҡҡа ике рәткә теҙеп ултыртыла. Яҡутов исемендәге паркта аллея булдырыу идеяһы күптән тыуа. Уны тормошҡа ашырыуҙа бөгөн ҡала етәкселеге, йәштәр, оло йәштәге ветерандар  ҡатнашты. Баш ҡала халҡы парктағы яңы иҫтәлекле урынды изге тип һанай.
Якутов исемендәге парктың тағы ла бер иҫтәлекле урыны бар - Һалдат күле. Ул йәштәрҙең дә, ололарҙың да яратҡан ял урыны. Әйткәндәй, күл географик карталарҙа 19-сы быуат уртаһында ғына теркәлә.
Күлдең атамаһы барлыҡҡа килеүенә бер нисә аңлатма бар. Уларҙың береһе буйынса элек Беренсе Донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарынан яраланып ҡайтҡан һалдаттар Өфө госпиталдәрендә дауаланған. Улар йыш ҡына ошо күлгә ял итергә йөрөгән була.
Паркта бөгөн дә кеше күп ине... Улар ял итергә генә түгел, оло йәшкә еткән яугирҙарға баш эйергә, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә килгән. 45-се йылдың 9 майы бөгөнгөләй күҙ алдында,  ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәнис Ғәббәсов.
Тыныслыҡ өсөн аяуһыҙ алыш бер нисә йылға һуҙыла, еңеү ҙур юғалтыуҙар аша яулана.  Паркта барлыҡҡа килгән «Еңеү аллеяһы» ла һуғыштан һуңғы тыныс йылдар, имен тормош хаҡында иҫкәртеп торасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика