Еңеүҙең 70 йыллыҡ парадына ике көн ҡалды

Еңеүҙең 70 йыллыҡ парадына ике көн ҡалды 07.05.2015

Баш ҡалаға тантаналы сараның иң абруйлы ҡунаҡтары йыйыла башланы. Республиканың төрлө тарафтарынан килгән 300 ветеранды бөгөн «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы ҡабул итте.

Ветерандар бер һәм ике кешегә иҫәпләнгән бүлмәләргә урынлаштырыла. Шифахана хеҙмәткәрҙәре улар өсөн яҡшы шарттар булдырырға тырышҡан. Сәстәренә сал ҡунған уҙамандар араһында үткән йылдарҙа ошондай уҡ сараларҙа ҡатнашҡандары ла бар. Тәүге тапҡыр килеүселәр ҙә күрһәтелгән хөрмәттән ҡәнәғәт.
Дауалау процедураларынан тыш, ветерандарҙы тематик кисәләр, шифахана белгестәре һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығындағы концерттар көтә. Ә инде 9 майҙа яугирҙар Еңеү парадында ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку