Еңеүҙең 70-се яҙына арналған байрам саралары юғары кимәлдә үтергә тейеш 22.01.2015

Һуңғы арала көнбайыш илдәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтергә маташыуы ла ошоно талап итә. Был турала Башҡортостандың баш федераль инспекторы Андрей Чечеватов координация кәңәшмәһендә белдерҙе. Унда федераль органдарҙың төбәк идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашты.

Әле республикала 68 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм уларға тиңләштерелгәндәр йәшәй. Шул иҫәптән 4 мең 600 кеше һуғышта ҡатнашҡан. Ҡалғандар тыл ветерандары һәм тол ҡатындар. Уларға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында республикала ике миллиард һум тирәһе аҡса тотонола. Был суммаға ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҙа инә. Һуңғы ике йылда ғына 2 мең 337 яугир һәм уларҙың тол ҡатындарына фатир бирелгән. Сиратта тағы ла 1 мең 650 ветеран ҡала. Андрей Чечеватов әйтеүенсә, мохтаждар һис шикһеҙ үҙенә тейешле квадрат метрҙарын аласаҡ.
Андрей Чечеватов, Башҡортостан республикаһы буйынса баш федераль инспектор: «Был маҡсатҡа аҡса бүленгән. Закон нигеҙендә сиратҡа баҫҡан һәр ветеран торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Әгәр ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар бар икән, был инде айырым бер кешенең үҙ эшен тейешенсә башҡармауы ғына.  Урындағы етәкселәр ниндәйҙер сәбәп менән фатир биреүҙе тотҡарларға тейеш түгел».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика