ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 01.03.2016

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн дәүләт һәм шәхси нефть компаниялары етәкселәре менән осрашты. Унда «Башнефть» президенты Александр Корсик та ҡатнашты. Фекер алышыу барышында нефть тармағын үҫтереү мөмкинлектәре һәм һалым системаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленде.  

Италиянан туғыҙ йәшлек ҡыҙ бөгөн «Шанхай – Мюнхен» самолетында үҙен насар тоя башлай. Шуға ла экипаж судноны ашығыс рәүештә яҡындағы Красноярск крайындағы аэропорттарҙың береһенә ултыртырға ҡарар итә. Әммә урындағы фельшерҙар балаға ярҙам итеп өлгөрмәй. Пассажирҙар ризалыҡ биргәндән һуң ата-әсә баланың кәүҙәһен үҙҙәре менән Германияға алып китә.

ХХХ
Быйыл Рәсәй банктарының 10 проценты лицензияһын юғалтасаҡ. Был турала Һаҡлыҡ банкының баш аналитигы Михаил Матовников белдергән. Әлеге ваҡытта илдә 700-ҙән ашыу банк иҫәпләнә. Бер йыл эсендә уларҙың һаны 101-гә кәмегән. Рәсәй банктарын күпләп  ябыу 2013 йылда уҡ башланғайны. Бының сәбәбен белгестәр банк секторын һауыҡтырыу менән аңлата.  

ХХХ
Forbes мәғлүмәттәре буйынса донъяның иң бай кешеләре араһына Рәсәйҙең 77 вәкиле ингән. Был былтырғы менән сағыштырғанда, 11 кешегә кәмерәк. Быйылдан Рәсәй байҙары рейтингын «Новатэк» һәм «Сибур» компаниялары хужаһы Леонид Михельсон етәкләй. Уның байлығы 14,4 млрд доллар менән баһалана.  Икенсе, өсөнсө урындарҙы  Михаил Фридман менән Алишер Усманов бүлешә. Ә инде донъялағы иң бай кеше тип бер нисә йыл рәттән Билл Гейтс иҫәпләнә.  Microsoftҡа нигеҙ һалыусының байлығы 75 млрд доллар тәшкил итә.  

ХХХ
Филиппинда ике балыҡсы океанда хужаһыҙ йөҙөп йөрөгән яхтаны күреп ҡала. Судно эсендә улар кибеп бөткән һөлдәгә юлыға. Тикшереүҙәр барышында уның 59 йәшлек Германия сәйәхәтсеһе булыуы асыҡлана. Капитандың ҡасан һәм ни сәбәпле һәләк булыуы әлегә билдәһеҙ. Әммә ул дуҫы менән һуңғы тапҡыр бәйләнешкә бер йыл самаһы элек сыҡҡан булған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку