ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 18.04.2016

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте суицид тураһындағы  мәғлүмәтте гәзит-журналдарҙың беренсе битендә баҫтырыуҙан баш  тартырға тәҡдим итте. Белгестәр фекеренсә, үҙ- үҙенә ҡул һалыусылар тураһында яҙыу психикаһы ҡаҡшаған кешеләргә яңылыш аҙым яһарға этәргес булыуы бар. Әле федераль хеҙмәт киң мәғлүмәт сараларына суицидҡа бәйле мәғлүмәтте урынлаштырыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләй.

Пермь крайында М-7 Волга федераль трассаһы торошона бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды. Прокуратура мәғлүмәттәренә ярашлы, юлдың айырым бер өлөшөндә  ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 5 юл- транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 14 кеше йәрәхәтләнгән.

ХХХ
Европаның парламент ассамблеяһы Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә көс һалырға тейеш. Был турала ПАСЕ бюроһы вәкиле Ионетта Каввадия Страсбургта яҙғы сессияны асыу ултырышында белдерҙе.  

ХХХ
Ираҡтың Мосул ҡалаһында Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» террор төркөмөнөң тағы бер етәксеһе сафтан сығарылды. Абу Сейф тип танлыған террорсы Ираҡ курдтарының хәрби көстәре операцияһы  барышында юҡ ителде.

ХХХ
4 мең ярым йыллыҡ ҡәберлек. Ҡытай археологтары Сычуань провинцияһында ҡаҙыныу эштәре барышында неолит дәүеренә ҡараған ерләү урынына юлыҡты. Ғалимдар табышты ҙур уңыш тип баһалай. Уның әлегә төбәктә табылған иң боронғо ҡәберлек булыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика