ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 11.10.2016

«Төрөк ағымы» газ үткәргесе 2018 йылда төҙөлә башлай. Был туралаға килешеүгә кисә Рәсәй менән Төркиә президентары осрашыуынан һуң ҡул ҡуйылды. Проект Ҡара диңгеҙ төбөнән Рәсәйҙән Төркиәгә газ үткәргес һуҙыуҙы күҙ уңында тота. Йылына 63 млрд кубометр зәңгәр яғыулыҡ оҙатыуға иҫәпләнгән «Төрөк ағымы» 2014 йылдың декабрендә ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Әммә былтыр Төркиәлә Рәсәй самолеты бәрелеп төшөрөлгәндән һуң эш туҡтап ҡалды.

Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары иғлан ителде. Быйыл был исемлеккә Ставрополь, Өфө, Хабаровск һәм Красноярск ҡалалары инде. Муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конкурсы быйыл алты категория буйынса баһаланған. Еңеүселәргә  Рәсәй Хөкүмәтенең төрлө дәрәжәләге дипломдары тапшырыласаҡ. Коммуналь  хужалыҡ һәм торлаҡ өлкәһендә урындағы үҙидаралыҡтарҙың әүҙемлегенә өлгәшеү, уларҙы матди дәртләндереү маҡсатында  иң яҡшы ҡала бәйгеһе 2010 йылдан алып уҙғарыла.  

ХХХ
Көслө ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә Мурманск өлкәһендә «Колыма» федераль трассаһын ябырға тура килгән. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә төбәктә 20 сантиметрға тиклем яуым-төшөм күҙәтелгән. Һауа торошо боҙолоу сәбәпле, Ларюково менән Сеймчан  ҡасабаһы араһында ҙур тығындар хасил булған. Шуға ла юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары был участканы бер тәүлеккә ябып тороға ҡарар иткән.  

ХХХ
Симфорополь клиник дауаханаһы баш табибы Елена Соболеваға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, медицина учреждениеһы етәксеһе, уның урынбаҫарҙары һәм баш бухгалтерға ярты йыл эсендә17 млн һумдан ашыу аҡса түләнгән. Шул уҡ ваҡытта Ҡырым ярымутрауында уртаса эш хаҡы 20-30 мең һум самаһы.  Был хәлдән һуң республика башлығы Сергей Аксенов дауахананың етәкселек составын эштәр ҡыуырға, ә законһыҙ алынған аҡсаларҙы ҡаҙнаға ҡайтартырға ҡушҡан.  

ХХХ
Берләшкән милләттәр ойошмаһы генераль сәркәтибе Пан Ги Мун донъя берләшмәһен Гаитиға ярҙам итергә саҡырған. Сөнки Мэтью ҡойоно һөҙөмтәһендә ул гуманитар ҡытлыҡ кисерә. Үткән аҙнала ҡоторған тәбиғәт ғәрәсәтенән 400 самаһы кеше һәләк булған, миллион ярым самаһы зыян күргән. Бынан тыш, бик күп ҡалалар һәм ауылдар ер менән тигеҙләнгән. Әлеге ваҡытта төбәктә ваба сире таралыу ихтималлығы көслө.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика