ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 25.02.2016

Украина менән Рәсәй араһында транзит йөк ташыу тулыһынса тергеҙелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль башында бер төркөм активистар Украинаның 11 төбәгендә Рәсәйҙең йөк транспорты хәрәкәтенә ҡаршы сыҡты. Яуап итеп Рәсәй етәкселеге лә Украина автомобилдәренә юлды япты. Оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң яҡтар бөгөн сикләүҙәрҙе кире алды.

Болгария Рәсәй туристары өсөн виза хаҡын төшөрөргә, ә 16 йәшкә тиклемге балаларға уны бушлай тәҡдим итергә әҙер. Был турала бөгөн  туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе  Олег Сафонов  белдерҙе. Бынан тыш, Болгария ватандаштарыбыҙҙың бармаҡ эҙҙәрен алыуҙан да баш тартырға ниәтләй.  

ХХХ
Японияла бер төркөм туристар автомобиль аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә кәмендә ете кеше зыян күргән. Бәхетһеҙ осраҡ Осака ҡалаһы урамдарының береһендә теркәлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса водитель күрәләтә йәйәүлеләрҙең өҫтөнә барып менгән.

ХХХ
Томск өлкәһе депутаттары икенсе сәғәт бүлкәтенә күсеү башланғысы менән сығыш яһаған. Әле төбәк  Мәскәү ваҡытынан өс сәғәткә алда йәшәй, әммә халыҡ һайланыусылары айырманы 4 сәғәткә тиклем еткереү яҡлы. Бындай ҡарарға килергә уларҙы халыҡ фекере мәжбүр иткән. Һорау алыу барышында респонденттарҙың 62 проценты ыңғай, 16 проценты ҡаршы булыуын белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика