ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 08.04.2016

Мысырҙың Синай ярымутрауында теркәлгән терактар һөҙөмтәһендә кәмендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән, 15 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡорбандарҙың күбеһе Мысыр армияһы хәрбиҙәре. Фажиғәле осраҡтар өсөн яуаплылыҡты Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте үҙ өҫтөнә алған.

Яҡут-Саха республикаһында боландарҙы атыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике тиҫтәнән ашыу хайуан бер көн алда ойошторолған сабыштарҙа еңеү яулаған булған. Уңышлы сығыштарҙан һуң хужа боландарҙы иреккә сығарырға ҡара итә. Әммә браконьерҙар ҡарауылһыҙ йөрөгән өйөрҙө тулыһынса атып үлтерә. Фермер миллион ярым һумлыҡ зыян күрә.  

ХХХ
Үҙәк хәрби округ летчиктары «МиГ-31» самолеттарында рекорд ҡуйған. Улар ергә төшмәйенсә ете сәғәттән ашыу Красноярск крайынан Әстрхан өлкәһенә тиклем осоп барған. Судноларға  өс тапҡыр һауала яғыулыҡ ҡойолған. Бының өсөн Ил-78 самолеты ярҙамға килгән. Ул мөмкин тиклем яҡынлашҡан истрибителдәрҙе конус-датчиктар аша заправкалаған. Дөйөм алғанда, экипаждар барлығы  8 мең километр самаһы ара үткән.

ХХХ
Куба революцияһы лидеры Фидель Кастро һуңғы туғыҙ ай эсендә тәүге тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһаған. Кисә урындағы милли телевидение  уның мәктәп уҡыусылары менән осрашыуын күрһәткән.  Фекер алышыуҙа 89 йәшлек  Фидель Кастро утрауҙа бушлай белем биреү мәсьәләһен күтәргән, йәш быуындың сәмәләтлегенә һәм дөрөҫ туҡланыуға  иғтибар бүлгән.

ХХХ
Рәсәйҙең 18 йәшкә тиклемге хоккейсылары Америкала юниорҙар араһында үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнаша алмаясаҡ. Сөнки уларҙың күбеһенең ҡанында мельдоний   табылған. Шуға ла хәҙер турнирға Сергей Голубович тәрбиәләгән 17 йәшкә тиклемге хоккейсылар бара.  Донъя чемпионаты 14-24 апрелдә Гранд-Форкс ҡалаһында уҙа.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика