ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 28.09.2016

Бөгөн Ленинград өлкәһендә снарядтарҙы утилләштергән ваҡытта кеше ғүмерҙәре өҙөлдө. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, килешеү нигеҙендә ялланған ойошма белгестәре файҙаланыу ваҡыты үткән  хәрби припастарҙы юҡ итеү менән шөғөлләнгән. Әммә техник талаптарҙы теүәл үтәмәү һөҙөмтәһендә, полигонда көслө шартлау яңғыраған.  Ғәҙәттән тыш хәлдә өс хеҙмәткәр һәләк булған.

Халыҡ-ара тикшереү ағзалары ике йыл элек Донецк күгендә фажиғәгә тарыған Малайзия самолеты һәләкәтендә беҙҙең илде ғәйепләне. Улар һауа судноһын бәреп төшөргән зенит комплексын Рәсәйҙән  Украина биләмәһенә килтергәндәр, тигән һығымта яһаған. Был турала бөгөн үткән матбуғат конференцияһында Голландия полицияһы департаменты етәксеһе Гилберт Паулиссен белдергән. Эксперттар бындай ҡарарға шаһиттарҙың социаль селтәрҙәге яҙмаларына нигеҙләнеп килгән. Шулай ҙа белгестәр фекеренсә, аныҡ һөҙөмтәләр  2018 йылда ғына иғлан ителәсәк.

ХХХ
«Меги» диңгеҙ ҡойоно бөгөн иртән Ҡытайҙың Фуцзянь провинцияһына килеп еткән. Тәбиғәт ғәрәсәтенең үҙәге Цюаньчжоу ҡалаһында күҙәтелгән. Тропик циклон үҙе менән көслө дауыл һәм ҡойма ямғырҙар алып килгән. Елдең тиҙлеге сәғәтенә 118 километр самаһы тәшкил иткән. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында  урындағы властар кешеләргә урамдарға сыҡмаҫҡа кәңәш иткән.  Әлеге ваҡытта диңгеҙ ҡойоно Гуандун провинцияһына табан  юл алған.

ХХХ
Рәсәйҙең баш ҡалаһы элиталы торлаҡҡа ҡуртым хаҡы буйынса донъяла беренсе урынға сыҡҡан. Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, һуңғы йылда ғына ул 11 процентҡа күтәрелгән.  Әлеге көндә Мәскәүҙә бындай  фатирҙарға уртаса хаҡ айына 220 мең һум күләмендә билдәләнгән. Тәүге биш ҡала исемлегенә шулай уҡ Токио,  Гуанчжоу,  Нью-Йорк һәм Торонто ингән. Тикшереүҙәр үткәргән консалтинг компания белгестәре үҙ күҙәтеүҙәрендә элиталы һаналған 150 квадрат метрға тиклем фатирҙарҙарҙы иҫәпкә алған.

ХХХ
Ҡаһирә халыҡ-ара аэропортында бөгөн яңы терминал асылған. Ул тәү сиратта Рәсәй самолеттары өсөн тәғәйенләнгән. Сит ил терминалы 15 авикомпания менән хеҙмәттәшлек итер тип көтөлә.  Сентябрь башында Рәсәй эксперттары төҙөкләндерелгән бинаның хәүефһеҙлеген тикшерҙе. Иҫегеҙгә төшөрөбеҙ, Мысыр менән Рәсәй араһында авиабәйләнеш былтыр ноябрҙә туҡтатылғайны. Быға Синай ярымутрауы күгендә Рәсәй туристары самолеты шартлауы сәбәпсе булды. Яҡтар араһындағы мөнәсәбәттәр быйыл октябрҙә ҡайтанан яйға һалыныр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика