ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 27.09.2016

Мәскәүҙә һәләк булған янғын һүндереүселәрҙе бөгөн һуңғы юлға оҙаттылар. Хушлашыу сараһына  йөҙҙәрсә кеше килде. Улар алдында сығыш яһап, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков, мәрхүмдәрҙең Батырлыҡ орденына тәҡдим ителеүен билдәләне. Шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың  ғаиләләренә ведомство тарафынан бар яҡлап та ярҙам күрһәтеләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Амур урамындағы келәттәрҙең береһендә сыҡҡан янғында 8 ҡотҡарыусының ғүмере өҙөлдө.  

Америка Ҡушма штаттары Президентлығына кандидаттар араһында тәүге дебаттар үтте. Бер сәғәт ярымға һуҙылған ҡыҙыу бәхәстәр барышында Хиллари Клинтон менән Дональд Трамп  бер туҡтауһыҙ үҙ дөрөҫлөгөн иҫбатларға тырышты. Сәйәсмәндәр бер нисә тапҡыр Рәсәй тураһында ла һуҙ ҡуйыртты. Атап үткәндә, Клинтон Мәскәүҙе хакерҙар һөжүмендә ғәйепләһә, Трамп беҙҙең илдең ядро ҡеүәте буйынса Американы уҙып китеүен билдәләне.

ХХХ
Венецияла йәшәүсе меңдәрсә кеше кәмәләрҙә сираттағы круиз лайнерының юлын ҡамауға сыҡҡан. Сөнки портҡа яҡынайған  бындай суднолар һыу төбөндәге ҡомдоң ашалыуына һәм ҡағылған свайҙарҙың емерелеүенә килтерә. Шулай уҡ һыу транспортының экологик яҡтан да зарары ҙур, ти активистар. Бынан тыш, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар килгән туристарҙың күплегенә лә ризаһыҙлыҡ белдерә. Әле ҡалала 55 мең самаһы кеше йәшәй. Ә көн һайын килгән ҡунаҡтар һаны 60 меңдән ашып китә.  

ХХХ
Латвияның Лимбажи ҡалаһында совет моряктары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл балаларҙың ғүмеренә хәүеф тыуҙырған. Шуға ла ил етәкселеге таушалған объекты емерергә ҡарар иткән. Совет йылдарында урындағы мәктәптәрҙең береһе  биләмәһендә  урынлаштырылған һәйкәлде белгестәр авария хәлендә тип таныған. Әммә уны төҙөкләндереүгә аҡса табылмаған. Ә бына һүтеү эштәре өсөн дәүләттән 8 мең евро бүленгән.

ХХХ
Ставрополь крайы былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк виноград йыйған. Юғары күрһәткескә быйылғы һауа шарттары ыңғай булышлыҡ иткән.  Бөгөнгә урындағы хужалыҡтар  Рәсәй төбәктәренә 400 тоннанан ашыу емеш оҙатҡан.  Әммә был һандар яҡын киләсәктә тағы ла артыр тип көтөлә. Быйыл крайҙа виноградтың 22 ашхана һәм 43 техник сорты үҫтерелгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика