ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 20.09.2016

Эске эштәр министрлығының үҙәк аппараты 700 кешегә ҡыҫҡартыла. Рәсәй президентының был туралағы указы хоҡуҡи мәғлүт рәсми порталында урынлаштырылды. Документҡа ярашлы шулай уҡ, эске эштәр министрының урынбаҫарҙары һаны ла берәүгә кәметелә. Указ 1 октябрҙән үҙ көсөнә инә.

Үҙәк банк бюджет хеҙмәткәрҙәренең барлыҡ түләүҙәрен «МИР» милли иҫәпләшеү системаһына күсерәсәк. Банктың матбуғат хеҙмәте  мәғлүмәтенән күренеүенсә, кредит ойошмаларына яңы пластикты ҡабул итергә, бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан түләүҙәр алыусы барлыҡ клиенттарға картаны таратыу бурысы йөкмәтелә.

ХХХ
Төньяҡ Корея  яңы ракета двигателенә һынау уңышлы үтеүе тураһында белдерҙе. Ҡеүәтле ҡоролма илдең көнбайышындағы Сохе ҡалаһы янында, йыһан полигонында һыналған.  Яңы ракета двигателе яһалма юлдаштарҙы ер орбитаһына сығарыу мөмкинлегенә эйә тип хәбәр итә мәғлүмәт саралары.

ХХХ
Грецияның Лесбос утрауындағы "Мория" ҡасаҡ лагерына ут төртөүҙә  9 иммигрант ғәйепләнә. Бөгөн улар ҡулға алған. Полиция хәбәр итеүенсә, янғын төрлө милләттәге ҡасаҡтар араһында бәхәс барышында тоҡанып китә. Һөҙөмтәлә 4 меңгә яҡын кешене эвакуацияларға тура килә. Панель йорттар һәм сатырҙар көлгә әйләнә.

ХХХ
Франция бер тапҡыр ҡулланыла торҙан пластик һауыт-һабанан баш тарта. Экология талаптарын үтәү һәм ер шарын кәрәкмәгән сүп-сараҙан таҙартыу маҡсатында тауарҙы тәбиғәттә  тарҡалыусы органик материалдан етештереү хәйерлерәк тигән ҡарарға килгән ил етәкселеге.  Раҫланған дәүләт программаһына ярашлы 2020 йылға тиклем илде тулыһынса пластик һауыт-һабанан, пакеттарҙан таҙартыу күҙаллана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика