ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 18.02.2016

Мәскәү өлкәһендә Федераль именлек хеҙмәте  Рәсәйҙә тыйылған  Ислам дәүләте террор ойошмаһы сафында Сүриәлә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашырға теләүселәр өсөн ялған документ әҙерләүсе енәйәтсел төркөмдө фашланы. Енәйәттә 14 кеше ғәйепләнә. Әле уларҙың барыһы ла ҡулға алынған тип хәбәр итә Федераль именлек хеҙмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш үҙәге.  

2016 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын  тотҡарлауға юл ҡуйылмаясаҡ. Был турала ил хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец белдергән. Федераль статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй ҡаҙнаһының бюджет хеҙмәткәрҙәренә 4 миллирд һумлыҡ бурысы бар. Был күрһәткес, ил күләмендә әллә ни юғары түгел тигән фекерҙә белгестәр.    

ХХХ
Польша Рәсәй менән йөк ташыуҙы ойоштороуҙа килешеү табырға ниәтләй. Транспорт өлкәһендә көсөргәнешлек был илдең автомобиль юлдары аша йөк ташыу өсөн квотаны өс тапҡырға арттырыуы менән бәйле. Шул арҡала әле сауҙа бәйләнештәре туҡтап тора. Был илдең иҡтисадына ауыр йоғонто яһай тип иҫәпләй Польшаның халыҡ-ара йөк ташыусылар берлеге вәкиле Анна Врона.  

ХХХ
Венесуэла Президенты Николас Мадура илдең милли валютаһын 37 процентҡа девальвациялау һәм бензинға хаҡтарҙы күтәреү тураһында иғлан итте. Был сара көрсөккә терәлгән иҡтисадҡа үҫеш мөмкинлектәре биреүҙе күҙ уңында тота.  Донъя баҙарында нефткә хаҡтар төшөүе сәбәпле, илдең ҡаҙна табышы кәмей, ҡайһы бер ойошмалар 4 көнлөк эш аҙнаһына күсергә мәжбүр тип хәбәр итә Венесуэланың матбуғат сығанаҡтары.

ХХХ
Төркиәнең баш ҡалаһында шартлаған бомбаны Сүриә ватандашы Сәлих Неджар шартлатҡан, тип хәбәр ИТАР-ТАСС агентлығы. Ғәйепләнеүсенең шәхесе бармаҡ эҙе буйынса асыҡланған. Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, Сәлих Неджар илгә ҡасаҡтар ағымы менән үтеп ингән. Бомба һалынған машинаны ул Измир ҡалаһында ҡуртымға алған. Шартлау Анкараның административ үҙәгендә яңғыраны.Унда 28 кешенең ғүмере өҙөлдө.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика