ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 16.09.2016

Төп ставка йылына 10 процентҡа тиклем кәметелде. Был турала бөгөн Рәсәй банкы иғлан итте. Уның рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, илдә инфляцияны туҡтатыуға йүнәлтелгән ныҡлы саралар күрелә. 2017 йылдың тәүге яртыһында ставканы тағы ла 0,5 пунктҡа кәметеү күҙаллана.

Приморье крайында көслө тайфун эҙемтәләре бөтөрөлә. Әле төбәктә зыян күләмен иҫәпләү буйынса дәүләт комиссияһы эшләй. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы, тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә 350 йорт тулыһынса йәшәргә яраҡһыҙ хәлгә килгән.

ХХХ
Европаның хәле шәптән түгел. Был турала германия канцлеры Ангела меркель Братислав ҡалаһында Европа берлегенә ингән илдәр етәкселәренең рәсми булмаған саммитында белдерҙе. Брекзитттан һуң үткән йыйында тәүге тапҡыр Британия вәкилдәре ҡатнашманы. Фекер алышыуға сығарылған төп мәсьәләһе миграция мәсьләһен көйләүгә ҡағылды.

ХХХ
Сүриә мәсьәләһенә Мәскәү менән Анкараның ҡараштары  яҡынайҙы. Рәсәй ҡораллы көстәре генераль штабы етксеһе армия генералы Валерия Герасимов Төркиәләге коллегаһы генерал Хулиси Акар менән һәйләшеүҙәр үткәрҙе.  Фекер алышыуҙар барышында Сүриәләге ҡан ҡойошто туҡтатыу юлдары ҡаралды. Һөҙөмтәлә ике илдең оборона министрлыҡтары  араһында бәйләнештәрҙе артабан нығытырға килешелде.

ХХХ
Пакстандың Мохманд  районында шартлауҙа 16 кешенең ғүмере өҙөлдө, 25 кеше йәрәхәтләнде. Мәғлүмәткә ярашлы , террорсы намаҙ ваҡытында мәсеткә үтеп инеп бомба шарталтҡан. Мохманд Афғанстан сигендә урынлашҡан төбәк. Әле бер генә радикаль ойошма ла террор ғәмәле өсөн яуалылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика