ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 15.09.2016

Керчь күпере төҙөлөшө яҡшы бара, әммә уның тирәһендәге инфраструктура үҫешенә лә иғтибар бүлеү мөһим. Был турала бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советының илдең көньяғында транспорт селтәре үҫешенә арналған  ултырышында белдерҙе. Керчь боғаҙы аша күпер төҙөлөшөн Президент Ҡырым ярымутрауының транспорт интеграцияһын тәьмин итеүгә һәм яңы  иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре асырға форсат биргән мөһим милли проекттарҙың береһе, тип баһаланы.

Рәсәй финанс министрлығы мотлаҡ автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау системаһын үҙгәртеп ҡороу башланғысы менән сығыш яһаны. Уларға ярашлы, полистарҙы өс төргә бүлеү ҡарала. «Эконом», «Стандарт» һәм «Өҫтөнлөклө» варианттар һәр кемгә үҙ кеҫәһенә ярашлы страховка һайлау мөмкинлеге бирәсәк тигән һығымтаға килгән белгестәр. Дөрөҫ, улар нигеҙендә түләүҙәр күләмендә лә шаҡтай айырма бар.Тәҡдимдәр иртәгә ҡарала башлай.

ХХХ
Германияның Саксония федераль еренә ҡараған Баутцен ҡалаһында урындағы халыҡ менән күскенселәр араһында бәрелештәр теркәлгән. Мәғлүмәткә ярашлы, ҡаланың үҙәк майҙанында 80  кешелек ҡала халҡына ҡараған төркөм,  20 кешелек мигрант йыйыны менән бәхәсләшеп киткән. Тәүҙә улар бер-береһен ауыр һүҙҙәр менән йәберләһә, артабан ҡул күтәреү, хатта шартлатҡыс шыйыҡса ҡулланыуға тиклем барып еткән. Бер нисә кеше ауыр  йәрәхәтләнгән, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ
Британия тәхете вариҫы принц Чарльз шәхси автомобилендә болан тапаған. Ҡаза Шотландияның Балморал короллек  биләмәһендә теркәлгән. Юл транспорт ваҡиғаһында принц зарар күрмәгән, боландың иҫәнме юҡмы икәнлеге хаҡында мәғлүмәт юҡ, тип хәбәр итә дейли мирор гәзите.

ХХХ
Үзбәкстанда Президент һайлауына әҙерлек бара. Илдең үҙәк һайлау комиссияһы һайлау округтарын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар Ҡарағалпаҡ Республикаһы, Ташкент ҡалаһы һәм өлкәһе сиктәре менән билдәләнгән. Үзбәкстанда Президент һайлауы 4-се декабргә тәғәйенләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика