ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 04.02.2016

Греция халҡы социаль сәйәсәттәге үҙгәрештәргә ризаһыҙлыҡ белдерә. Бөгөн  илдә төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре бер тәүлеккә эшкә сығыуҙан баш тартҡан. Донъя банкы һәм Европа кредит ойошмаларының Афинаға өсөнсө финанс ярҙам программаһында ҡаралған сығымдарҙы кәметеү саралары сиктәрендә, илдә пенсия һәм социаль страховкалау системаһын үҙгәртеп ҡороу иғлан ителде.

Лондонда Эквадор илселегенә һыйынған Викиликс сайты ойоштороусыһы Джулиан Ассанж иреккә сығарылырға тейеш.  Джулиан Ассанж 2012 йылдың авгусында  Эквадор илселенә һыйынғайны. Үҙе ойошторған сайтта ул көнбайыш илдәре, бигерәк тә Ҡушма Штаттарҙың йәшерен сәйәсәтен фашланы. Күп тә үтмәй ул нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәргә һәм эҙәрлекләүҙәргә дусар ителде.

ХХХХ
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү федераль  хеҙмәте етәксеһе илдең барлыҡ төбәктәрендә лә өс кимәлле онкоярҙам системаһы теүәл эшләмәй тип белдергән. Бынан тыш, ҡайһы бер өлкәләрҙә яман шештән яфаланыусыларға паллиатив ярҙам күһәтеүҙә етешһеҙлектәр бар, ауырыуҙарға  ауыртыуҙы баҫыусы наркотиклы дарыуҙар бүленмәүе, дауалау системаһы көйләнмәүе  асыҡланған.

ххххх
Бразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһы ҙур байрамға әҙерләнә. Иртәгә унда бар донъяға танылған карнавал үтә. Байрамда миллиондан ашыу турист ҡатнаша. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 5 процентҡа күберәк. Рио-де-Жанейро халыҡ-ара туризм үҙәгенә әйләнә бара. Аналитиктар был үҙгәрештәр ҡалала уҙасаҡ йәйге Олимпия уйындары менән бәйле тип иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика