ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 09.09.2016

Владимир Путин үҙ указы менән Павел Астаховты вазифаһынан бушатты. Уның урынына 34 йәшлек Анна Кузнецова тәғәйенләнде. Бала хоҡуҡтары буйынса яңы вәкил ике ҡыҙ һәм дүрт малай әсәһе.  Әлегә тиклем ул Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Пенза бүлексәһе башҡарма комитетын етәкләгән. Белгестәр Павел Астаховтың эшенән китеүен быйыл йәй Карелияла балалар ҡатнашлығында теркәлгән фажиғә менән бәйләй.  

Төньяҡ Корея бөгөн рәсми рәүештә иҫәп буйынса бишенсе ядро ҡоралы һынауын уңышлы уҙғарыуы тураһында хәбәр итте. Ядро бомбаһының ҡеүәтен белгестәр яҡынса 10 килотонна cамаһы тип фаразлаған. Сағыштырыу өсөн: Америка 1945 йылда Хиросимаға ҡеүәте 20 килотонналыҡ бомба ташлауы билдәле. Ә инде үҙен ядро державаһы тип танытҡан Корея тәүге ер аҫты һынауҙарын 2006 йылдың 9 октябрендә үткәрҙе.

ХХХ
Италияның Сардиния утрауында еңел автомобиль байрамға йыйылған халыҡ өҫтөнә барып менгән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә өс тиҫтәгә яҡын кеше, шул иҫәптән 11 айлыҡ сабый зыян күргән. Хоҡуҡ һағында тороусылар әлеге ваҡытта 43 йәшлек водителде ҡулға алған. Уның рулгә иҫерек килеш ултырыуы ихтимал.

ХХХ
Уссурийскиҙа йәшәүсе ханым үҙ фатирына туғыҙ меңдән ашыу кешене теркәгән. Приморье крайы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, пропискаға тороусыларҙың күбеһе Ҡытай һәм Корея граждандары. Шулай уҡ Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре вәкилдәре лә бар.  Әлеге ваҡытта «резиналы фатир» хужабикәһенә ҡарата эш ҡуҙғатылған.  

ХХХ
Францияның Альп тауҙарында йөҙҙән ашыу кеше канат ярҙамында тарттырылып йөрөтөлә торған кабиналарҙа бикле ҡалған. Уларҙы 4 мең метрға яҡын бейеклектән ҡотҡарыу өсөн вертолет йәлеп ителгән. Һауа судноһы ярҙамында күңелһеҙ хәлгә тарыусылар өйҙәренә ҡайта алған. Әлеге ваҡытта ватылған фуникулер ҡайтанан эшләй башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика