ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 06.09.2016

Рәсәй президенты Ислам Кәримовтың ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты. Бөгөн Сәмәрҡәндкә  шәхси сәфәре барышында Владимир Путин Үзбәкстандың беренсе президенты ерләнгән зыяратҡа барҙы. Уның ҡәберенә ҡыҙыл раузалар һалғандан һуң Рәсәй етәксеһе Ислам Кәримовтың тол ҡатыны һәм кинйә ҡыҙы менән аралашты. Ул миңә һәр ваҡыт исем менән һәм һин тип өндәште, тигән Владимир Путин.

Рәсәй баҙарын ябыу һөҙөмтәһендә Украина яҡынса 15 млрд доллар юғалтҡан. Был турала Юғары радаға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Украина президенты Петр Порошенко белдергән. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән сикләүҙәр 2013 йылда Украина экспортының 15 процентҡа төшөүенә килтергән. Былтыр иһә күрһәткес ике тапҡырға кәмегән. Әммә был ғына сик түгел, тәүге ярты йыллыҡта экспорт күләме 34 процентҡа түбәнәйгән, тигән Петр Порошенко.

ХХХ
«Рәсәй тимер юлдары» компанияһы барлыҡ поездарҙы 1 трлн һумдан ашыуға страховкалаған. Был исемлеккә юғары тиҙлекле 16 «Сапсан», 164 тиҙ йөрөшлө поезд, 12 меңдән ашыу электричка, 36 мең локомотив һәм 624 йөк вагоны ингән. Ике йыл эсендә компания милке көтөлмәгән ваҡиғала зыян күргән осраҡта страховкалаусы ойошма компенсация түләйәсәк.

ХХХ
Рәсәйҙең 22 юғары уҡыу йорто донъяның иң яҡшы ВУЗ-дары  исемлегенә ингән. Атап әйткәндә, Мәскәү,  Санкт-Петербург, Новосибирск дәүләт университеттары 108-се, 258-се һәм 291-се баҫҡыстарҙы биләй. Шулай уҡ алдынғылар рәтенә Томск, Владивосток һәм Воронеж ҡалалары ВУЗдары эләккән. Донъя рейтингын Массачусет технология институты етәкләй. Икенсе, өсөнсө урындарҙа Стэнфорд һәм Гарвард университеттары.  

ХХХ
«Ростсельмаш» заводы ганбол буйынса олимпия уйындары чемпиондары хөрмәтенә  алты берәмек атамалы техника сығарған. Уҙған миҙгелдә «Ростов-Дон» клубы өсөн сығыш яһаған ҡыҙҙар күптән түгел Бразилияла үткән уйындарҙа алтын миҙал яуланы.  Евгений Трефилов тәрбиәләнеүселәре финалда Франция командаһын еңде. Комбайндар яҡында көндәрҙә Урал баҫыуҙарына оҙатыласаҡ.




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика