ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 31.08.2016

Рәсәйҙең Су-34 бомбаға тотоусыһы Сүриәнең Алеппо провинцияһында «Ислам дәүләте»нә ҡараған бер төркөм боевиктарҙы юҡ иткән. Барлығы дүрт тиҫтә самаһы террорсының ғүмере өҙөлгән. Улар араһында ИГИЛ-дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Әбу Мөхәммәт Әль-Әднан да булған. Ойошмала ул Америка һәм Көнбайыш Европа илдәрендә террор ғәмәлдәрен уҙғарырға саҡырыуы менән билдәлелек яулаған.  

Японияның Хонсю утрауында ҡоторған диңгеҙ ҡойоно һөҙөмтәһендә ҡарттар йорто һыу аҫтында ҡалған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тәбиғәт ғәрәсәте 11 кешенең ғүмерен өҙгән. Синоптиктар төбәктә һауа торошоноң да артабан да киҫенләшеүен фаразлай. Әлегә сәғәткә бик күп йорттар утһыҙ ҡалған, мәктәптәрҙә уҡытыу туҡтатылған.  

ХХХ
Тәбиғи ресурстар һәм экология министры Сергей Донской илдең иң бысраҡ 10 ҡалаһын иғлан иткән. Был исемлеккә Мәскәү, Норильск, Иркутск, Красноярск, Екатеринбург, Силәбе һәм Магнитогорск ингән. Һуңғы йылдарҙа төбәк һәм муниципаль властарҙың экологияға күберәк иғтибар бүлеүе күҙәтелә. Әммә улар йүнәлткән сығымдар проблеманы тулыһынса хәл итеүгә етмәй, тигән министр.

ХХХ
Аргентинала Юрий Гагаринға һәйкәл асылған. Беренсе космонавтың бронза бюсы Буэнос-Айрес планетарияһында урынлаштырылған.  Рәсәй мәрхәмәтлек фондарының береһе  бүләк иткән скульптура кешелектең беренсе тапҡыр Йыһан киңлегенә осоуына 55 йыл тулыуға арналған. Планетария ҡунаҡтарына совет йыһангиры тураһында документаль фильм, шулай уҡ Байконур космодромы өҫтөндәген йондоҙло күк тәҡдим ителгән.  

ХХХ
Паралимпия уйындарының альтернативаһы 7 сентябрҙә Мәскәү өлкәһендә үтә. Унда ярыштарҙан ситләштерелгән Рәсәй атлеттары ҡатнаша. Үҙ спорт төрҙәрендә еңеү яулаған ватандаштарыбыҙҙы Риолағы кеүек ҡиммәтле бүләктәр көтә.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы олимпия чемпиондарына БМВ автомобилдәре асҡысы тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика