ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 29.08.2016

Владимир Путин  БМО-ның сираттағы генераль ассамблеяһы ултырышында ҡатнашмаясаҡ. Был турала президенттың матбуғат секретары  белдерҙе. Былтыр дәүләт башлығы Берләшкән милләттәр ойошмаһы генераль ассамблеяһының  юбилей ултырышында телмәр тотҡайны. Башҡа йылдарҙа фекер алышыуҙарҙа  Рәсәй исеменән сит ил эштәре министрҙары сығыш яһап килде, быйыл да шул уҡ хәл ҡабатлана тип аңлатма бирҙе Дмитрий Песков.

Мәскәү  рөхсәтһеҙ төҙөлгән объекттарҙан таҙартыла. Уҙған төндә  баш ҡалала 100-гә яғын бина емерелде. Эште 29-нан 30-на ҡараған төндә лә дауам итеү ҡарала. Рөхсәтһеҙ төҙөлгән сауҙа объекттарын һүтеү ҡала инфраструктураһын заман талаптарына ярашлы камиллаштырыуға бәйле тип аңлатма бирә Мәскәү мэрияһы вәкилдәре.

ХХХ
Үзбәкстан Президенты Ислам Кәримов  реанимацияла. Табиптар билдәләүенсә, уның мейеһенә ҡан һауған, хәле әле  тотороҡло тип баһалана. Мәғлүмәтте  78 йәшлек дәүләт башлығының ҡыҙы Лола Кәримова инстагармм аккаунты аша раҫланы. Ислам Кәримов һуңғы 25 йыл дауамында  Үзбәкстан менән етәкселек итә. 1 сентябрь был илдә бойондороҡһоҙлоҡ көнө уңайынан күләмле байрам саралары ла ҡаралғайны.

ХХХ
Болгарияның көньяҡ-көнсығышындағы  Харманлы ҡасаҡ лагерында 800 кеше һуғышып киткән. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәртипһеҙлек афған һәм ираҡ мигранттары араһындағы аңлашылмаусанлыҡҡа бәйле. Туҡмалыу һөҙөмтәһендә өс кеше зыян күргән.

ХХХ
Норвегияла 300-ҙән ашыу боланды йәшен атҡан. Күңелһеҙ ваҡиға Хардангервидда тәбиғәт паркында теркәлгән. Йәшенләп яуған ҡойма ямғырҙан  һуң егерҙар, тау битләүендә 323 үлек боланға юлыҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика