ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 01.06.2016

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн «Ата-әсәлек даны» ордендарын тапшырҙы. Кремль һарайында үткән тантанала илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе күп балалы ғаиләләр ҡатнашты. Дәүләт наградаһы 2008 йылдан, 7 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә йәки етемдәрҙе уллыҡҡа алыусы ғаиләләргә  тапшырыла. Бөгөнгө тантана Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды.

Дмитрий Медведев 6-7 июлдә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһына бара. Бешкәктә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә ингән илдәрҙең хөкүмәт башлыҡтары кәңәшмәһе үтә.

ХХХ
Афина Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы автоматик рәүештә оҙайтыуға ҡаршы. Европа берлеге илдәре уртаҡ фекергә килергә тейеш тип белдергән Грецияның сит ил эштәре министры урынбаҫары Никос Ксидакис. Рәсәй Европа илдәренең энергетика өлкәһендәге төп доноры. Шуға ла хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен сикләү тәү сиратта Европа мәнфәғәтендә түгел, тип билдәләгән рәсми вәкил

ХХХ
Германия канцлеры Ангела Меркел санкцияларҙы йомшартыу өсөн сәбәп күрмәйем, тип белдергән. Уның фекеренсә, Рәсәй Минск килешеүҙәрен тулы кимәлдә үтәгән хәлдә генә индерелгән сикләүҙәрҙән баш тартырға мөмкин.

ХХХ
Сүриә оппозицияһының килешеүҙәр буйынса юғары советы Берләшкән милләттәр ойошмаһына Рамаҙан айы сәбәпле,  ҡораллы бәрелештәрҙе туҡтатып тороу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Был турала советтың рәсми вәкиле Басма Кодмани белдергән. Берләшкән милләттәр ойошмаһы генераль секретары Пан Ги Мун исеменә яҙылған хатта Ураҙа көндәрендә илдә тыныслыҡты тәьмин итеү үтенесе әйтелгән тип хәбәр итә Рейтер агентлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика