ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 23.03.2016

Европа берлеге санкцияларҙан баш тартҡан хәлдә, Рәсәй көнбайыш партнерҙары менән хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтергә әҙер. Был турала ил хөкүмәте рәйесе  Дмирий Медведев белдерҙе. Әле Европала сикләүҙәр сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ арта бара. Бигерәк тә эре инвесторҙар ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Дмитрий Медведев фекеренсә, ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыу өсөн Европа тәү сиратта санкцияларҙан баш тартырға тейеш.

Рәсәйҙә эш хаҡы буйынса бурыс 4 миллиард һумға барып еткән. Был турала генераль прокурор Юрий Чайка ведомствоның коллегия ултырышында белдерҙе. Йыл башынан ул 860 миллион һумға артҡан. Юрий Чайка намыҫһыҙ эш биреүселәр менән аяуһыҙ көрәшергә һәм хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты кәметергә ҡушҡан.

ХХХ
«Флай Дубай» авиакомпанияһы Дондағы Ростовтағы һәләкәт ҡорбандарының яҡындарына компенсация түләй башланы. Шәхси иҫәптәргә 135 мең һумлыҡ тәүге транш  бөгөн күсерелде, тип хәбәр итә Рәсәй страховкалаусылар берлеге президенты Игорь Юргенс. Флай дубай авиакомпанияһының яуаплылығы 500 миллион долларға страховкаланған. Һәләк булыусыларҙың яҡындарына ул 20-шәр мең доллар түләргә вәғәҙә иткән.

ХХХ
Брюсселдәге террор ғәмәлен башҡарыуҙа ғәйепләнеүсе ике кешенең шәхесе асыҡланды. Бомбаны шартлатыусылар ағалы-ҡустылы Хәлит менән Ибраһим Бакрауилар булыуы ихтимал тип хәбәр итә матбуғат саралары. Уларҙың видеояҙмаһы аэропорттың күҙәтеү ҡоролмаларына эләккән.

ХХХ
Рауль Кастро Обаманы арҡаһынан һөйҙөрмәне. Ҡушма Штаттар Президенты менән рәсми осрашыуҙан һуң дәүләт башлыҡтары матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Ул бөтөү менән Барак Обама Куба етәксеһен арҡаһынан һөйөргә ынтылды. Әммә Рауль Кастро уның ҡулын тотоп ҡалды. Куба менән Ҡушма Штаттар лидерҙары  һуңғы 88 йылда тәүге тапҡыр осрашты. Барак Обаманың азатлыҡ утрауына сәфәрен күптәр ике аралағы һалҡын һуғыштың тамамланыуы тип баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика