ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 12.02.2016

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Зика вирусына ҡаршы һөҙөмтәле көрәш юлдарын эҙләй. Әлегә ҡурҡыныс биҙгәккә бәйле туранан-тура үлем осраҡтары теркәлмәгән. Шулай ҙа белгестәр инфекция менән етди көрәш алып барыу яҡлы. Тиҙҙән ауырыуҙы асыҡларға ярҙам итеүсе тестар һатыуға сығарыласаҡ. Ә бына вакциналар менән хәл һаман да ҡатмарлы ҡала.  

Мысырҙың Рәсәйҙәге илсеһе Мөхәммәт Эль-Бадри, әле Ҡаһирә менән Мәскәү араһында авиабәйләнеште тергеҙеү мәсьәләһе тикшерелеүен белдергән. Уның билдәләүенсә, яҡтар оҙаҡламай уртаҡ фекергә киләсәк һәм проблема ыңғай хәл ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике ил араһындағы дуҫлыҡтың өҙөлөүенә былтыр көҙ   Рәсәй самолетының  Синай ярым утрауына ҡолап төшөүе сәбәпсе булды. Ғәҙәттән тыш хәлдә 224 кешенең ғүмере өҙөлдө.  

ХХХ
Федерация советында Рәсәйҙең баш ҡалаһын Екатеринбургка йәки Новосибирскиға күсеререү тураһында һүҙ барған. Тәҡдим  менән Бүрәт Республикаһынан Арнольд Тулохонов сығыш яһаған. Ыңғай миҫал итеп ул баш ҡалаһын үҙгәрткән Ҡаҙағстан тәжрибәһен килтергән.

ХХХ
Рәсәйҙең өс турисы Ҡытайҙағы иң бейек башняларҙың береһе -  Сёньхинға  менгән.  Уның бейеклеге 385 метр,  өҫтәп ҡыйыҡта тағы ла 59 метрлыҡ тимер ҡоролма урынлаштырылған. Туристар бер ниндәй страховка ҡулланмайынса бейеклеккә күтәрелеп хатта селфи эшләгән.

ХХХ
«Вашингтон Кэпиталс» клубы уйынсыһы Александр Овечкин милли хоккей лигаһының даими чемпионатында иң яҡшы снайперҙар исемлеген етәкләне. Ватандашыбыҙ «Миннесота Уайлд» командаһына ҡаршы осрашыуҙа сираттағы хет-трик яһаны. Быйылғы миҙгелдә форвард дәғүәселәр ҡапҡаһы артында 34 тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырған. Ә инде Милли хоккей лигаһы карьераһында  ул барлығы 509 шайба индергән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку