ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 30.01.2017 30.01.2017

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыу осраҡтары кәмеүен билдәләгән. Йылдың тәүге айында илдә алкоголдән 441 кеше һәләк булған. Шул уҡ ваҡытта башҡа йылдарҙа был күрһәткес ике-өс тапҡырға күберәк теркәлгән. Статистиканың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе сауҙа нөктәләрендә пландан тыш даими тикшереүҙәр башланыуы һәм  составында этил спирты миҡдары 25 проценттан юғары булған продукцияны һатыу ваҡытлыса туҡтатылыуы менән аңлатыла.


Канаданың Квебек провинцияһында урынлашҡан мәсеткә һөжүм итеү һөҙөмтәһендә кәмендә 6 кешенең ғүмере өҙөлгән, бер нисә мосолман тән йәрәхәттәре алған. Урындағы мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, фажиғә  йәкшәмбе киске намаҙ ваҡытында теркәлә. Билдәһеҙ кешеләр тарафынан асылған утты Канада властары террор ғәмәле тип атаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ике ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Рәсәй Президенты Владимир Путин Канада халҡының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

Ҡытайҙың Нинбо ҡалаһындағы зоопаркта юлбарыҫ кешегә ташланған. Шаһиттар фекеренсә, йыртҡыстарҙы яҡындан күрергә теләүсе ир ҡойма аша вольерға үтеп ингән. Ошо ваҡытта хайуандарҙың береһе уны өҙгөсләргә тотонған. Зоопарк хеҙмәткәрҙәре төрлө шартлатҡыстар менән ирҙе юлбарыҫтарҙан айырып алған. Әммә ауыр йәрәхәттәр алған ир бер нисә сәғәттән дауаханала вафат булған.  

Донъяның иң сибәр ҡыҙы тип Франциянан Ирис Миттенар танылды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Гаити һәм Колумбия вәкилдәре бүлеште. Филиппинда үткән бәйгелә барлығы 86 һылыуҡай ҡатнашты. Улар араһында Рәсәйҙән 21 йәшлек Юлиана Королькова ла бар ине. Әммә Ырымбур ҡыҙы конкурстың финалына үтә алманы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2002 йылда ватандашыбыҙ Оксана Федорова еңеүсе булды.

Ҡаҙағстанда Бөтә донъя ҡышҡы универсиадаһын асыу тантанаһы үтте. 28-се тапҡыр ойошторолған  ярыштарҙа 60 илдән өс меңгә яҡын студент ҡатнаша. Улар спорттың 13 төрөндә 85 комплект миҙал өсөн көрәш алып барасаҡ.  Алматыла Рәсәй данын Башҡортостандан туғыҙ спортсы, шул иҫәптән шорт-тректа Анастасия Мигунова, сноубордта Антон Копривица, фристайлда Радмир Гәрәев, Алексей Соловий һәм Елена Зайцева яҡлай. Бынан тыш, хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһына "Ағиҙел" клубының 4 вәкиле саҡырыу алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика