ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 29.11.2016 29.11.2016

Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа  йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе быйыл да социаль йүнәлешле буласаҡ. Был турала дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Владимир Путин 13-сө тапҡыр сығыш яһай. Йылға йүнәлеш биреүсе сәйәси сара 1 декабргә тәғәйенләнгән.

Бәхәс тамам, йылы һыу температураһы кәметелмәйәсәк. Ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев был турала Стойленский тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡан мәлдә билдәләне. Мәсьәлә ентекле өйрәнелде, белгестәрҙең фекерен тыңлағандан һуң элекке нормаларҙы үҙгәртеүҙән баш тарттыҡ, тине хөкүмәт рәйесе.

ХХХ
Европа берлеге оборонаға сығымдарҙы арттыра. «Файнейшел таймс» гәзите хәбәр итеүенсә, миллиардлаған евролар кибер именлекте тәьмин итеү, разведка, йәғни йәшерен мәғлүмәт йыйыу һәм хәрби космос программаларын камиллаштырыуға тотоноласаҡ.

ХХХ
Чернобыль атом электр станцияһының 4 энергоблогы тимер ҡоршауға алынды. Бөгөн объект сафҡа инде. Ҡурғаш саркофаг өҫтөнә төҙөлгән яңы япма радиоактив матдәләр таралыуын шаҡтай кәметә тип билдәләнә мәғлүмәттә. Тимер ҡоршау 100 йылға иҫәпләнгән.

ХХХ
Ираҡтың Мосул ҡалаһы эргәһендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә террорсылар һөжүм иткән. Яҡынса 500 кешелек төркөм Ҡораллы көстәрҙең позицияларын утҡа тотҡан. Дүрт сәғәт самаһы барған берелештән һуң радикалдар кире үҙ позицияларына сигенгән тип хәбәр итә Шәфәҡ ньюс агентлығы. Юғалтыуҙар тураһында мәғлүмәт юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика