ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 29.03.2017 29.03.2017

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүселәр һанын арттырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 1 июлдән тыуған ил һағында тороусыларҙың дөйөм иҫәбе 1 миллион 903 меңгә етәсәк. Был былтырғыға ҡарағанда, 12 мең кешегә күберәк. Әйткәндәй, 1 апрелдән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башлана. Быйылғы компанияға бер аҙ үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Атап әйткәндә, хәҙер мәктәпте тамамлап техникумдың көндөҙгө бүлегенә уҡырға инеүселәргә кисектереү бирелә. Быға тиклем, студенттар бындай мөмкинлек менән файҙалана алманы.

Украинаның Луцк ҡалаһында Польшаның генераль консуллығына һөжүм иткәндәр. Урындағы телеканалдар хәбәр итеүенсә, көс структуралары ваҡиға урынында танкҡа ҡаршы граната ҡалдыҡтарын тапҡан. Илдең хәүефһеҙлек хеҙмәте бер нисә  версияны тикшерә, шул иҫәптән теракт булыуы ла ихтимал. Көслө шартлау мәлендә зыян күреүселәр теркәлмәгән. Украина Президенты ғәйеплеләрҙе табырға, шулай уҡ төбәктәрҙәге сит ил вәкиллектәрен һаҡлау сараларын көсәйтергә ҡушҡан.    

ХХХ
Перула «Boeing 737» самолеты фажиғәгә тарыны. Был ваҡытта һауа судноһы бортында 140 пассажир, шул иҫәптән 26 бала була. Ғәҙәттән тыш хәлдә 39 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Авария хеҙмәттәренә янғынды һүндереү өсөн ярты сәғәт самаһы ваҡыт талап ителә. Фажиғә сәбәбен белгестәр шассиның сафтан сығыуы менән аңлатҡан.

ХХХ
Ҡырымдың Белогорский районында Африка тағунына бәйле карантин иғлан ителгән. Был туралағы Указға бөгөн төбәк башлығы Сергей Аксенов ҡул ҡуйған. Етди саралар күрергә республика етәкселеген Межгорье ауылы янында ике ҡабан сусҡаһы табылыуы мәжбүр иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, африка тағунының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында карантин Ҡырымдың тағы ла бер нисә районында ғәмәлгә ингән. Хәлдең киҫкенләшеүенә күпселек осраҡта сусҡалар аҫраусы хужалар ғәйепле тигән белдереү яһалған.      

ХХХ
Силәбеләге ҡунаҡханаларҙың береһендә хоккей турнирында ҡатнашыусы 11 йәшлек балалар ағыуланған. Улар араһында Нефтекаманың «Торос», шулай уҡ «Барыс», «Авангард» командалары тәрбиәләнеүселәре бар. Табиптар 20 йәш хоккейсының киҫкен эсәк инфекцияһы менән зарарланыуын асыҡлаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, төшкө аш ваҡытында спортсылар салат, арпа бутҡаһы һәм сосиска менән туҡланған. Ағыуланыу осрағы буйынса Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика