ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 28.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 28.06.2017 28.06.2017

Тышҡы агрессия ихтималлығына ҡаршы Рәсәй артабан да ҡораллы көстәрҙең ҡеүәтен нығытасаҡ. Халыҡ-ара мөнәсәбәттең киҫкенләшеүе, террор күренештәре дәүләттең хәрби ҡоролошон даими нығытырға мәжбүр итә. Был турала Президент Владимир Путин юғары хәрби уҡыу йорттарының быйылғы сығарылыш уҡыусылары  менән осрашыуҙа белдерҙе.

Илдең көньяғына ҡара сиңерткә һөжүм итә. Хәл бигерәк тә Ставрополь крайы, Әстрхан өлкәһе,  Дағстан һәм Ҡалмыҡ республикаһында киҫкенләшкән. Бөжәктәр тереклекте юҡ итә. Был төбәктәрҙә ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү мәсьәләһе ҡарала.

ХХХ
Америка Ҡушма Штаттары етәкселегендәге халыҡ-ара коолиция йәнә тыныс халыҡты бомбаға тотто. Был юлы көнбайыш көстәренең һөжүме Сүриәнең Дейр-эз-зор ҡалаһы янында теркәлде. Сана мәғлүмәт агетлығы хәбәр итеүенсә, Америка бомбалары төшкән төбәктә кәм тигәндә 40 кешенең ғүмере өҙөлгән.

ХХХ
Испанияның баш ҡалаһы Мадридта метрополитен машинистары менән такси хеҙмәткәрҙәре ризаһыҙлыҡ акцияһын үткәрҙе. Күптәр хеҙмәт шарттары, социаль өлкә эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт түгел. Такси хеҙмәткәрҙәре иһә Убер кеүек он-лайн сервистарҙың таралыуына ҡаршы.

ХХХ
Петя вирусы Рәсәй һәм Европа илдәрен хафаға һалғандан һуң Азияға ла килеп етте. Хакер һөжүмдәре һиндостандың Джавахарлала Неру исемендәге контейнер портында теркәлде. Һөҙөмтәлә, йөк оҙатыуҙа тотҡарлыҡтар күҙәтелде. Ҡытайҙа әле вирус таралмаған. Шулай ҙа унан һаҡланыу саралары күрелә тип билдәләй илдең компьютер белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика