ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 24.04.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 24.04.2017 24.04.2017

Рәсәй банктары сығарған «Мир» карталары һаны биш миллионға еткән. Милли түләү системаһын булдырыуға сит ил санкциялары мәжбүр итте. Сөнки ваҡытында Рәсәйҙә «Visa» һәм «MasterCard» халыҡ-ара түләү системалары менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы. Быйыл 1 июлдән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре банктар¬ҙан эш хаҡын «Мир» карта системаһы буйынса ала башлаясаҡ. Уға күсеү йыл буйы дауам итер тип көтөлә. Шулай уҡ «Мир» картаһы хаҡлы ялға сығасаҡ кешеләргә лә биреләсәк.  

Дербентта стоматология һәм дарыухана урынлашҡан ике ҡатлы бинаның стенаһы емерелгән. Ваҡиға шаһиттарҙың күҙ алдында теркәлгән. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ, шулай ҙа медицина ойошмаһы кисергән зыян күләме миллиондарса һум менән иҫәпләнә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә төҙөүселәр тарафынан йорт тирәләй ҡаҙылған тәрән соҡор сәбәпсе булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.  

ХХХ
Бөгөн төндә Луганск халыҡ республикаһын электр уты менән тәьмин итеү тулыһынса туҡтатыла. Был турала урындағы энергетика компанияһы белдергән. Әлеге ваҡытта Украинаның күмергә ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Шуға ла илдә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.  

ХХХ
Испанияла паромдарҙың береһе пристангә бәрелгән. Был ваҡытта бортта 150-гә яҡын кеше ултырыуы билдәле. Сит ил мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, Гран-Канария утрауынан ҡуҙғалған судноның билдәһеҙ сәбәп менән электр уты сафтан сыҡҡан. Был двагателдең һүнеүенә килтергән. Артабан көслө тулҡын паромды ярҙағы яһалма ҡоролмаға һуҡтырған. Ваҡиға пассажирҙарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырған

ХХХ
Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары тағы ла бер Рәсәй спортсыһын миҙалһыҙ ҡалдырҙы. Был юлы ҡаты язаға Татьяна Чернова тарттырылды. Уның 2008 йылда алынған допинг-пробаһы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ватандашыбыҙ етеалыш буйынса  Пекинда үткән йәйге олимпия уйындарында бронза миҙалға эйә булғайны. Ҡарар бөгөн үҙ көсөнә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика