ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 22.12.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 22.12.2016 22.12.2016

Анкарала атып үлтерелгән Төркиәләге Рәсәй илсеһе - Андрей Карлов Мәскәүҙең Химки зыяратында ерләнде. Һәләк булғандан һуң Рәсәй геройы исеме бирелгән дипломаттың йыназаһы дәүләт церемониялары тәртибе буйынса үтте. Смоленск майҙанындағы Сит ил эштәре министрлығы бинаһында Андрей Карловты иҫкә алыу саралары уҙҙы. Матәм митингында Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Ул мәрхүмдең яғындары менән аралашты һәм илсенең табутына сәскә гөлләмәләре һалды.

«Спиртлы төнәтмәләрҙе дарыухана селтәре аша, табип рецепты буйынса һатырға кәрәк». Был турала бөгөн ил хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Александр Хлопонин белдерҙе. Иркутск өлкәһендәге фажиғәле хәлдәрҙән һуң Рәсәйҙә спиртлы шыйыҡсаларҙы сауҙаға сығарыуҙы сикләү ысулдары тикшерлә.

ХХХ
Берлин Раштыуа йәрминкәһенә һөжүм иткән террорсының бармаҡ эҙҙәре йөк автомобиленең ишегендә табылды. Германия тәфтишселәре енәйәттә сығышы менән Тунистан булған Әнис Әмриҙе ғәйепләй. Тикшереү барышында улар террорсының шәхесын аныҡлау буйынса етди дәлилгә юлыҡты тип билдәләй Германияның АРД каналы.

ХХХ
Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса һөйләшеүҙәр 8 февралдә Женева ҡалаһында яңынан башланасаҡ. Был турала бөгөн Берләшкән милләттәр ойошмаһы генараль секретарының Сүриә буйынса махсус вәкиле Стефан Де Мистура белдерҙе. Низағта ҡатнашыусы барлыҡ көстәрҙе лә һөйләшеүҙәргә йәлеп итеү ҡарала.

ХХХ
Нью Йоркта террор хәүефе. Ҡушма штаттарҙың махсус хеҙмәттәре яңы йыл байрамдары мәлендә илдең иң ҙур ҡалаһының Таймс сквер майҙанында бомба шартлатылыуы ихтимал тигән белдереү менән сығыш яһаны. Федераль тикшереүҙәр бюроһы менән нью-йорк полицияһының мөрәжәғәтендә билдәләнеүенсә, мәғлүмәт оператив сығанаҡтарға нигеҙләнгән. Илдә үтәсәк күләмле сараларҙа әле үк именлек саралары көсәйтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика