ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.12.2016 21.12.2016

Рәсәйҙең Төркиәләге илсеһе Андрей Карлов менән хушлашырға Владимир Путиндың да килеүе көтөлә. Шуға бәйле ил президентының быйылғы матбуғат конференцияһы кесе йоманан йомаға күсерелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй дипломаты аҙна башында Анкарала «Төрөктәр күҙлегенән Рәсәй» тип аталған фотокүргәҙмәне асҡан ваҡытта атып үлтерелде. Уның ғүмерен ваҡытында Төркиә Президентын һаҡлаған 22 йәшлек Мәүлит Мерт Алтынташ ҡыйҙы. Енәйәтсе һуңынан махсус тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр тарафынан юҡ ителгән.  

Иркутскиҙа суррогат алкоголдән һәләк булыусылар һаны 61 кешегә еткән. Шулай уҡ ҡала дауаханаларында метанолдан ағыуланған тағы ла дүрт тиҫтә самаһы кеше ята, уларҙың бер өлөшө ауыр хәлдә реанимацияға һалынған.  Ҡуҙғатылған енәйәт эше сиктәрендә полиция хеҙмәткәрҙәре 12 кешене ҡулға алған. Улар йәшерен цехтарҙа «Бояришник» етештереүҙә һәм был эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүҙә ғәйепләнә.

ХХХ
Колумбияла «Boeing 727» йөк самолеты һауаға күтәрелеп бер нисә минуттан һуң фажиғәгә тарыған. Илдең граждандар авиацияһы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәлдә экипаждың өс  ағзаһы һәләк булған, тағы ла ике кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Бер үк ваҡытта  пилоттарҙың береһе хәбәрһеҙ юғалған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, аварияға йөктөң саманан тыш күп тейәлеүе сәбәпсе булған.

ХХХ
Мексикала фейервектар баҙарында көслө янғын сығыуы һөҙөмтәһендә кәмендә 31 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла 70 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Улар араһында тәндәре 90 процентҡа тиклем бешкән балалар ҙа күп. Ҡазаға тарыусыларҙың ғүмере өсөн Американың Техас штаты дауаханаһы табиптары көрәшә. Урындағы губернатор ғәйеплеләрҙе ҡаты яза көтөүен белдергән.

ХХХ
Бөгөн Ханты-Манси автономия округының Белоярский районында һауа температураһы 62 градусҡа тиклем һыуытҡан. Синоптиктар аномаль һауа торошоноң тағы ике көн һаҡланасағын иҫкәртә. Был Рәсәйҙә һуңғы бер нисә тиҫтә йылда теркәлгән иң түбән температура. Шулай ҙа белгестәр абсолют рекорд 1938 йылда Саха-Яҡут республикаһында күҙәтелгән тип бара. Ул ваҡытта һауа температураһы 77 градусҡа тиклем  еткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика