ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.04.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 21.04.2017 21.04.2017

Дәүләт Думаһы бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын «Мир» картаһына күсереү тураһында закон ҡабул итте. Уға ярашлы, дәүләт структураларында, муниципаль берәмектәрҙә эшләүселәр, студенттар ҙа милли иҫәпләшеү системаһы менән файҙаланырға тейеш буласаҡ. Пенсия йәшендәгеләргә «Мир» картаһын астырыу бушлай.

Ингушетия Рамаҙан айында сығарылыш балдары үткәреүҙән баш тарта. Исламда иң изге байрамдарҙың береһендә күңел-сафа ҡороу ярамған эш, тип иҫәпләй республиканың мәғариф министрлығы белгестәре. Рамаҙан айы 26 майҙа башлана. Ә һуңғы ҡыңғырау тантаналарын 24 майҙа үткәрәсәктәр.

ХХХ
Монакола үткән мотор-шоуҙа «АэроМобиль» Словакия компанияһы тәүге осоусы автомобиль күрһәтте. Был проект өҫтөндә белгестәр 25 йыл буйы эшләгән. Компания етәкселеге әйтеүенсә, тәүге моделдәрҙе халыҡҡа 2020 йылда һата башлау күҙаллана. Осоусы машинаның хаҡы 1 миллион 2 йөҙ мең евронан алып бер миллион ярым евроға тиклем тора. Осоу режимына автомобиль ни бары өс минутта күсә ала. Ерҙә уның тиҙлеге сәғәтенә 160 километрға етәсәк.

ХХХ
Италия суды кеҫә телефондарын оҙаҡ ҡулланыу сәләмәтлеккә уңалмаҫлыҡ зыян килтерә тип иҫбатлаған. Һөҙөмтәлә телекоммуникациялар компанияһы хеҙмәткәре инвалидлыҡ буйынса пенсия аласаҡ. Баҡтиһәң, ир кеше эш урынында ун биш йыл буйы көнөнә кәм тигәндә өс сәғәт керәҙле телефондан һөйләшкән. Йәнәһе лә, шул сәбәпле уның мейеһендә яман шеш үҫкән. Хәҙер ул йылына 7 мең евро компенсация аласаҡ. Ошондай уҡ судтар башҡа илдәрҙә лә алып барыла.

ХХХ
Грузияла йәшәүсе ир гамакта осҡан. Дөрөҫ, бер ниндәй ҙә мөғжизә юҡ. Гамакты ул дронға бәйләп осорған. Был ғәжәп күренеште Хашури ҡалаһында йәшәүселәр видеоға төшөрөп алған. Интернет ҡулланыусылар был осоусыны хупламай. Пилоттың үҙе өсөн дә, тирә йүндәгеләргә лә хәүефле аҙым тип һанай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика