ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.10.2016 20.10.2016

Бөгөн иртән Сүриәнең Алеппо ҡалаһында Рәсәй башланғысы менән иғлан ителгән гуманитар тынлыҡ үҙ көсөнә инде. Ул ябай халыҡҡа һәм ҡоралһыҙ боевиктарға бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ут эсенән сығырға  булышлыҡ итә. Әммә ҡайһы бер кварталдарҙа террорсылар тарафынан йәйәүле коллонналарға ҡарата ут асыу осраҡтары күҙәтелгән. Миномёт ҡамауына хәрби журналистар ҙа эләккән.  

Татарстанда «Таблиги Джамаат» халыҡ-ара дини экстремистик ойошманың ете ағзаһы ҡулға алынған. Улар республика мәсеттәрендә кешеләрҙе үҙ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү менән шөғөлләнгән. Тентеү барышында Рәсәйҙә тыйылған ойошма вәкилдәрендә бик күп экстремистик баҫмалар табылған. Шулай уҡ Конституцияға ҡаршы эшмәкәрлекте сағылдырыусы традицион булмаған һәм баҫҡынсыл ислам тураһында пропаганда үткәреүҙе дәлилләүсе документтар тартып алынған.  

ХХХ
2018 йылда Рәсәйҙә айнытҡыстар кире ҡайтарыласаҡ. Улар наркология үҙәктәрендә йәки эске эштәр министрлығы ҡарамағында булыр тип көтөлә. Шулай ҙа  бындай учреждениеларҙың ҡайһы стркутураға беркетеләсәген һәр төбәк үҙаллы хәл итергә тейеш. Иҫеректәрҙе бикләү урындары илдә 2011 йылда ябылғайны. Шул ваҡыттан алып  чиновниктар айнытҡыстарҙы тергеҙеү тураһында күп тапҡырҙар һүҙ ҡуйыртты. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм Эске эштәр министрҙары тәҡдимде хуплап ҡабул итте.  

ХХХ
Америка пилоттарының береһе асылмаған алғы шассиһыҙ самолетты ергә ултырта алған. Был Американың Оклахома-Сити аэропортында теркәлгән. Һауа судноһы пилоты борттағы  етешһеҙлек тураһында кисекмәҫтән диспетчерҙарға хәбәр итә. Улар ваҡиға урынына ашығыс медицина ярҙамы, янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Әммә бер кемгә лә ярҙам талап ителмәй. Тәжрибәле пилот тиҙлекте мөмкин тиклем кәметеп самолетты ике тәгәрмәсенә генә ултырта. Был ваҡытта суднонының алғы өлөшө ергә һөйрәлеп бара.  

ХХХ
ФИФА-ның октябрь рейтингында Рәсәй йыйылма командаһы тағы ла түбәнерәк тәгәрәне. Әлеге ваҡытта ватандаштарыбыҙ 594 мәрәй менән 53-сө урынды биләй. Бер ай элек кенә был күрһәткес 15 баҫҡысҡа юғарыраҡ ине. Станислав Черчесов тәрбиәләнеүселәре хатта, Үзбәкстан, Конго, Тунис, Алжир һәм Украина кеүек командаларҙан да артараҡ бара. Быға тиклем рәсәйҙәрҙең антирекорды 1998 йылда теркәлгән 40-сы урын ине. Лидерҙарға килгәндә, тәүге өс урынды Аргентина, Германия һәм Бразилия футболсылары бүлешә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика