ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.03.2017 20.03.2017

Владимир Путин Рәсәй йәмәғәт палатаһының «Президент квотаһы» ағзаларын раҫланы. Исемлектә 40 кеше. Элекке составтан уға 11 кеше эләккән, ҡалған 29-ы яңыртылған тип хәбәр итә дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте. Йәмәғәт палатаһында урындарын һаҡлап ҡалыусылар араһында танылған йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Лео Бокерия, йырсы Диана Гурцкая бар. Яңы исемдәр араһына кинорежиссер Владимир Хотиненко менән «Эксперт» журналы баш мөхәррире Валерия Фадеевты күрергә мөмкин.

Сергей Шойгу Курил  утрауҙарында ракета дивизияһын урынлаштырыуға аңлатма бирҙе. Оборона министры фекеренсә, ҡораллы көстәр берәмегенә бары тик  Рәсәй Федерацияһы биләмәләрен тышҡы һөжүмдән һаҡлау бурысы ҡуйыла. Дивизия урынлаштырыу ҡарарына Япония оборона министры ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Токионың белдереүҙәренә, Кремль Рәсәйҙең үҙ тупрағындағы суверенлы хоҡуҡтары хаҡында иҫкәртте.

ХХХ
Рәсәй менән Ҡырғыҙстан дипломатик бәйләнештәр урынлаштырыуҙың 25 йыллығын билдәләй. Бөгөн Президент Владимир Путин коллегаһы Алмазбәк Атамбаев менән телефон һөйләшеүҙәре үткәрҙе. Һөйләшеүҙәрҙә Евразия иҡтисади берлеге сиктәрендә  ике яҡлы хеҙмәттәшлекте  нығытыу юлдары барланды  һәм ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға 25 йыл тулыуға баһа бирелде.

ХХХ
Брекзит рәсми рәүештә 29 мартта башлана. Был вәкәләттәр Британия премьер-министры Тереза Мейға йөкмәтелә. Ул Европа берлегенә рәсми белдереү ебәрергә тейеш. Күҙалланыуынса,е берлектәге  мөнәсәбәттәрҙе тулыһынса өҙөү килешеүҙәр 2 йылға һуҙылыуы ихтимал.

ХХХ
Дәүләт Думаһы һәм Европа парламент ассамблеяһы вәкилдәре эш сәфәре менән Сүриәгә барҙы. Дамаскта улар ил Президенты Бәшәр Асад менән осрашты. Рәсәй, Испания, Италия, Чехия, Сербия һәм Белгия парламенттары вәкилдәренән торған делегация ағзалары менән һөйләшеү өс сәғәт самаһы дауам итте. Фекер алышыу барышында Яҡын Көнсығыштағы ҡораллы низағтарҙы көйләү һәм Сүриәлә тынысылыҡ урынлаштырыу юлдары барланды.

ХХХ
Ираҡтың Мосул ҡалаһының көнбайыш биҫтәләренең береһенә авиаһөжүм мәлендә күп илдәрҙә тыйылған Ислам Дәүләте  төркөмөнә ҡараған 6 сит ил террорсыһы юҡ ителгән. Улар араһында Рәсәй вәкиле лә бар тип хәбәр итә Ираҡ мәғлүмәт саралары. Әбделкәрим әл руси террор төркөмө командирҙарының береһе булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика