ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 20.01.2017 20.01.2017

2020 йылға Рәсәй юлдарының 85 проценты тейешле талаптарға яуап бирәсәк. Был турала бөгөн ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев  юл хужалығы үҫешенә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Уның фекеренсә, юл комплексы ил иҡтисадының үҙаллы мөһим тармағы, эске тулыйым продуктта уның өлөшө 7-8 процентҡа етә.

Дәүләт Думаһы бөгөн Төркиә менән «Төрөк ағымы» газүткәргес проекты буйынса килешеүҙе раҫланы. Ул Рәсәй газы экспортын һәр яҡлап  камиллаштырыуҙы күҙаллай. Документҡа ярашлы, проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәй яғынан «Газпром» йәмғиәте, ә Төркиәнән «Боташ» компанияһы яуаплы тип күрһәтелгән.

ХХХ
Италияла ҡар өйөрмәһе аҫтында ҡалған «Ригольяно» отеле емереклектәренән  8 тере кеше табылған. Пескара провинцияһында ҡотҡарыу операцияһы 18 ғинуарҙан бирле дауам итә. Ҡунаҡхананы ер тетрәүе тауҙарҙан ишелгән ҡар баҫты, ғәҙәттән тыш хәл мәлендә 30 кеше булыуы билдәле.

ХХХ
Вашингтонда полиция Дональд Трампҡа ҡаршы  һәм уның яҡлылар араһындағы бәрелеште сикләү өсөн газ ҡулланырға тура килгән. Ассошейтед пресс агетлығының мәғлүмәтенән күренеүенсә, Ҡушма Штаттарҙың баш ҡалаһында һуңғы тәүлектәрҙе күләмле урам акциялары дауам итә. Төрлө сәйәси ҡараштағы йәштәрҙең бер-береһенә ҡарата көс ҡулланыу осраҡтары лә теркәлгән.

ХХХ
Ҡытай халыҡ республикаһы халҡы һаны 1 миллиард 400 миллионға етеп килә. Был турала илдең дәүләт статистика комитеты хәбәр итә. Рәсми сығанаҡтан күренеүенсә, 2016 йылда Ҡытай халҡы яҡынса 18 миллион кешегә артҡан, 10 мең самаһы үлем теркәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика