ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 19.10.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 19.10.2016 19.10.2016

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин «Норманд дүртлеге» лидерҙары менән осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн Берлинға килде. Әлеге минуттарҙа Германия, Украина, Франция һәм Рәсәй етәкселәре Минск килешеүҙәре, Украиналағы көрсөк һәм Сүриәләге һуғышҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Һуңғы тапҡыр дәүләт башлыҡтары бындай форматтағы осрашыуға бер йыл самаһы элек йыйылғайны. Сит илдәрҙең ҡайһы бер матбуғат баҫмалары Владимир Путиндың «Норманд дүртлеге»ндә ҡатнашыуын шаҡ ҡатырғыс сәйәси ваҡиға тип яҙып сыҡҡан. Сөнки Рәсәй Президентының Германияға сәфәре күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булған.  

Һаҡлыҡ банкы банкоматтарынан аҡса урлауҙың яңы төрө асыҡланған. Ярты йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән бындай ысул drilled box дип атала. Уның буйынса мутлашыусылар банкомантта бер нисә тишек быраулап махсус шина ярҙамында уның эсендәге аҡсаны һурҙырып ала. Әммә бындай алымды ҡоролмаларҙың барыһында ла башҡарып булмай. Әгәр ҙә хәүефһеҙлек талаптары яҡын арала кисектерелмәһә, 80 мең банкоманты булған Һаҡлыҡ банкы әлеге аппараттарҙы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартырға йыйына.

ХХХ
Моторола саҡырыуы алған Арсен Павлов менән бәхилләшергә бөгөн Донецк опера һәм балет театрына 50 меңдән ашыу кеше килгән. Табутты бинанан алып сыҡҡан ваҡытта улар бер тауыштан «Онотмайбыҙ, ғәфү итмәйбеҙ» тип ҡысҡырған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән Донецк халыҡ республикаһының ополченецтар командиры 16 октярбрҙә вафат булды. ДНР башлығы Александр Захарченко комбаттың үлемендә асыҡтан-асыҡ Украинаның диверсион-күҙәтеүсе төркөмө ғәйепле тип белдерҙе.

ХХХ
Бөгөн Байконкур космодромынан «Союз МС-02» ракетаһы  Йыһанға уңышлы күтәрелде. Уның бортында Рәсәйҙән Сергей Рыжиков һәм Андрей Борисенко, шулай уҡ НАСА вәкиле Роберт Шейн Кимброу. Ике көндән карап Халыҡ-ара йыһан станцияһына ҡушыла. Артабан космонавтар һәм астронавтар үҙ эшен 49-сы оҙайлы экспедиция составында дауам итә. Ергә улар мартта әйләнеп ҡайтырға тейеш.

ХХХ
«ЦСКА» клубының ҡапҡа һаҡсыһы Игорь Акинфеев Чемпиондар лигаһының антирекордын яңырты. Кисә ул «Монако» командаһына ҡаршы уйында сираттағы тупты үткәртте. Шулай итеп абруйлы турнирҙа яҡташыбыҙ 40 уйын рәттән үҙ ҡапҡаһын «ҡоро» һаҡлай алмай. Көсөргәнешле осрашыу 1-1 иҫәбенә тамамланды. Өс турҙан һуң армеецтар «Е» төркөмөндә 2 мәрәй менән һуңғы баҫҡысты биләй. Шулай ҙа белгестәр Леонид Слуцкий тәрбиәләнеүселәренең плей-оффҡа сығыу өсөн мөмкинлектәрен юғары баһалай. Бер нисә минуттан шулай уҡ Рәсәйҙең тағы ла бер клубы- «Ростов» менән «Атлетитка» командалары  осраша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика