ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 18.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 18.11.2016 18.11.2016

Бөгөн Лимала АТЭС саммиты башлана. Осрашыуҙа  Владимир Путиндың да ҡатнашыуы көтөлә. Саммит сиктәрендә Рәсәйҙең сит илдәр министры Сергей Лавров Американың дәүләт секретары Джон Керри менән фекер алышты. Ултырышта Сүриәләге сыуалыштар, Украина көрсөгө,  Американың санкциялар исемлеген киңәйткән мәсьәләләр тикшерелде.  

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа спиртлы эсемлектәргә, табакҡа һәм дизель яғыулығына акциздарҙы күтәреү тураһында закон ҡабул итте. Был үҙ сиратында киләһе йылдан исемлеккә ингән барлыҡ төр продукцияларға хаҡтың артыуына килтерәсәк. Акциздарҙың күтәрелеүе һыра менән электрон тәмәкегә лә ҡағыла. Ә бына составында спирт булмаған һыра элеккесә акцизһыҙ тауарҙар исемлегендә ҡала.    

ХХХ
Мельбурн ҡалаһында билдәһеҙ кеше банктарҙың береһенә ут төрткән. Янғында кәмендә 27 кеше, шул иҫәптән өс бала зыян күргән. Уларҙың күбеһе һөрөмдән ағыуланған. Урындағы полиция вәкиле ғәйепләнеүсенең шәхесе асыҡланыуы тураһында хәбәр иткән. Әммә террор ғәмәлен ойоштороусы тәне бешеп үҙе лә дауаханаға эләккән.  

ХХХ
Цинциннати зоопаркы ҡоймаһы тейешле нормативтарҙан тәпәш булған. Шуға ла өс йәшлек малай гориллалар вольерына ҡолап төшкән. Ваҡиғаны тикшергән федераль инспекторҙар шундай ҡарарға килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл майҙа Харамбе ҡушаматлы горилла 10 минут буйы баланы һыу эсендә һөйрәп йөрөткән. Фажиғәне иҫкәртеү маҡсатында ҡотҡарыу хеҙмәте вәкиленә маймылды атып үлтерергә тура килгән.  

ХХХ
ЦСКА футболсыһы Роман Ерёменко кокаин ҡулланғаны өсөн ике йылға барлыҡ турнирҙарҙан да азат ителде.  Регламентҡа ярашлы, быйыл сентябрҙә  ул Чемпиондар лигаһы уйынынан һуң допинг-проба тапшырған. Әммә уның һөҙөмтәһе белгестәрҙе етди саралар күрергә мәжбүр иткән. Рәсәй клубы УЕФА ҡабул иткән ҡарарҙы кире ҡағасағын белдергән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика