ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 16.11.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 16.11.2016 16.11.2016

Хоҡуҡ һаҡлау органдары бөгөн Роснано компанияһы офисында тентеү үткәрҙе. Тәфтиш саралары  ширҡәт етәкселәренең береһенә ҡарата уҙғарыла, уның Ярославль өлкәһендә урынлашҡан фармацевтика предприятиеһы төҙөлөшө тотҡарланыуы менән бәйле булыуы ихтимал, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Элекке иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаевтың енәйәт эшендә яңы фигуранттар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына һылтанып, «Риа Новости» агентлығы хәбәр итте.

ХХХ
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт айырым тарифтарға киләһе биш йылға  хаҡ арттырыуҙы туҡтатып торорға тәҡдим итте. Ведомство етәксеһе Игорь Артемьев фекеренсә, коммуналь түләүҙәрҙе индексациялауҙы кисектереү  граждандарҙың был өлкәләге бурыстарын кәметеү өсөн яҡшы мөмкинлек.

ХХХ
Латвия оборона министрлығы элекке Лиепае Совет хәрби ҡаласығы нигеҙендә НАТО хәрби-диңгеҙ базаһы төҙөргә ниәтләй. Уны киләһе ун йыл эсендә сафҡа индереү күҙаллана.

ХХХ
Еврокомиссия визаһыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы сәйәхәт килешеүҙәре төҙөлгән илдәрҙең граждандарына Шенген зонаһына ингән өсөн 5 евролыҡ йыйым индереүҙе күҙаллай. Был аҡсаларҙы берлек ағзалары именлекте тәьмин итеү маҡсатында тотонмаҡсы.

ХХХ
Пакстан Һиндостан нигеҙендә хәрби күнекмәләр башланы. Уларҙа танктар, артиллерия, башҡа ауыр ҡорал ҡулланыла. Күнекмә барышында илбаҫарҙарға ҡаршы тороу юлдары өйрәнелә. Пакстан әрмеһе уҡыуҙары Кашмир провинцияһында ике яҡлы мөнәсәбәттәр киҫкенләшкән мәлдә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика