ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 16.01.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 16.01.2017 16.01.2017

Бишкәктә Гонконгтан Истамбулға осоусы «Боинг» транспорт самолеты фажиғәгә тарыған. Ҡуйы томан ваҡытында ул «Манас» аэропорты эргәһендәге баҡсалар өҫтөнә ҡолаған. Ғәҙәттән тыш хәлдә 37 кеше, шул иҫәптән 13 бала һәләк булған. Барлығы өс тиҫтәләп йорт зыян күргән. Авиһәләкәткә бәйле, Ҡырғыҙстан Президенты иртәгә илдә матәм көнө иғлан иткән.

Уҙған йәкшәмбе Краснодар крайында 12-13 йәшлек дүрт үҫмер урындағы йылғаларҙың береһендә боҙ аҫтына киткән. Бер бала үҙаллы йөҙөп сыға алған, уның ғүмеренә хәүеф янамай. Боҙ ярылған ваҡытта һауа температураһы биш градусҡа тиклем йылытҡан булған. Эҙләү саралары барышында ҡотҡарыусылар һыу төбөнән фажиғәгә тарыусыларҙың барыһының да кәүҙәләрен сығарған. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.

ХХХ
Японияла көслө ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә кәмендә 7 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бынан тыш, Хонсю утрауында йәшәүсе 50-гә яҡын ғаилә менән бәйләнеш юғалған. Уларға ярҙамға полиция вертолеттары йүнәлтелгән. Тәбиғәт ғәрәсәте шулай уҡ һауа һәм тимер юлы транспорттары хәрәкәтенә лә ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған. Япония властары мәғлүмәттәре буйынса, илдең айырым райондарында 250 сантиметрға тиклем ҡар яуған.

ХХХ
Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский мигранттарҙы эшкә йәлеп итеүҙе тыйыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Әлегә был ҡарар патент буйынса пассажирҙар ташыу өлкәһендә эшләүселәргә ҡағыла. Документ иҡтисади эшмәкәрлектең айырым төрҙәре буйынса 2017 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән. Бынан тыш, урындағы компанияларға сит ил граждандарын такси хеҙмәтенә эшкә алырға ла ярамай

ХХХ
Вирджиния штатында йәшәүсе  ир асыуынан транспорт һалымын тәңкәләр менән түләргә ҡарар иткән.  Бындай аҙымға барыуын ул ваҡытында тейешле мәғлүмәт бирмәгән яуаплы орган хеҙмәткәрҙәренән үс алырға теләүе менән аңлатҡан. Биш ҡул арбаһында  килтерелгән 300 мең тәңкәне һанап сығыу өсөн кассирҙарға ете сәғәт ваҡыт талап ителгән. Закон буйынса, касса клиенттарҙан тәңкәләрҙе ҡабул итеүҙән баш тарта алмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика