ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.04.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 14.04.2017 14.04.2017

Ил етәкселәре һәм хөкүмәт ағзаларының 2016 йылдағы килеме тураһында мәғлүмәт асыҡланды. Уға ярашлы, Президент Владимир Путин былтыр 8 миллион 858 мең һум килем алған. Премьер-министр Дмитрий Медведевтың табышы - 8 миллион ярым самаһы тәшкил итә. Иң бай дәүләт эшмәкәрҙәре араһында Төньяҡ Кавказ эштәре буйынса министр Лев Кузнецов билдәләнгән. 2016 йылда ул 582 миллион һум аҡса эшләгән.

Дәүләт Думаһы  өсөнсө уҡыуҙа электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ документтары тураһындағы законды раҫланы. Больничныйҙарҙы хәҙер автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша ла юлларға мөмкин. Уның хоҡуҡи көсө ҡағыҙ документ менән бер үк кимәлдә буласаҡ.

ХХХ
Вашингтон һөжүм иткән осраҡта Төньяҡ Корея Америка хәрби базалары һәм Сеулдағы президент резиденцияһын утҡа тотасаҡ. Был турала бөгөн илдең генераль штабы вәкилдәре белдерҙе. Корея ярымутрауындағы хәрби-сәйәси хәл Ҡушма Штаттарҙың Пхеньянды ядро ҡоралын һынауҙа ғәйепләп, илгә һөжүм итеү пландары тураһында хәбәр таралғандан һуң киҫкенләште. Пентагондың был төбәккә томогавк ракеталары менән ҡоралланған ике диңгеҙ карабы юлалауы тураһында ла хәбәр ителә.

ХХХ
Төркиә прокуратураһы июлдә уңышһыҙ тамамланған дәүләт түңкәрелешендә ҡатнашыусы 16 кешене ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү талабын ҡуйҙы. Улар араһында билдәле йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡытыусылар һәм журналистар бар.

ХХХ
Бөтә донъя иҡтисади форумы белгестәре  донъялағы иң хәүефһеҙ илдәр исемлеген асыҡланы. Унда 136 ил ингән. Исемлекте Финляндия етәкләй, икенсе урында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, өсөнсө баҫҡыста Исландия. Рәсәй  109-сы урында. Рейтингта иң түбән баҫҡыста Колумбия, Йәмән һәм Сальводор. Исемлек илдәге енәйәтселек, хәрби низағ һәм террор хәүефе кеүек күренештәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика