ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 13.06.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 13.06.2017 13.06.2017

Тыйылған йәшелсә-емештәрҙе Рәсәйгә индереү сикләнәсәк. Ил президенты 31 августҡа тиклем  тейешле норматив-хоҡуҡи базаны әҙерләргә ҡушты. Был ҡарар эске баҙарҙа импортты алмаштырыу буйынса күрелгән сараларҙы тикшереү һөҙөмтәләренән сығып ҡабул ителде тип билдәләнә рәсми сығанаҡтарҙа.

Май айында Ставрополь крайындағы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә федераль ҡаҙнанан 900 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Күрһәтмәгә премьер-министр Дмитрий Медведев бөгөн ҡул ҡуйҙы. Финанс сығымдарҙың күпселек өлөшө ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күргән ғаиләләргә ярҙам маҡсатында ҡулланыласаҡ.Ташҡын мәлендә төбәктә 5 меңгә яҡын йортто һыу баҫты, 15 мең самаһы кеше зыян күрҙе.

ХХХ
Рәсәй менән Ҡушма Штаттарҙың мөнәсәбәттәрен көйләү мөһим. Әле улар иң түбән кимәлдә, мөнәсәбәттәр артабан да боҙола бара. Был турала сенат ултырышында  Американың дәүләт секретары  Рекс Тиллерсон белдерҙе. Уның фекеренсә, Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе тәү сиратта Ҡушма Штаттарҙың мәнфәғәттәренә тура килмәй.

ХХХ
Еврокомиссия Чехия, Венгрия һәм Польшаға ҡарата санкциялар индереүҙе хупланы. Мәсьәлә Европа берлеге илдәренә бүленгән мигранттар квотаһы тураһындағы килешеүҙең үтәлмәүе менән бәйле. Еврокомиссия вәкилдәре был илдәрҙә лә күскенселәрҙе урынлаштырыу яҡлы, әммә рәсми Прага, Будапешт һәм Варшавала еврокомиссарҙарҙың фекере менән килешмәйҙәр.

ХХХ
Испания властары «үрмәксе-кеше» Ален Роберҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Бөгөн ул Барселоналағы иң бейек биналарының  береһе «Мелиа скай» ҡунаҡханаһының  ҡыйығына үрмәләне. Башняның бейеклеге 116 метр. Ҡыйыҡҡа рөхсәтһеҙ күтәрелгән өсөн Ален әфәндегә   600 евро самаһы штраф түләргә тура киләсәк. Сығымдарҙы реклама ҡаплаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика