ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 12.05.2017 12.05.2017

Ҡырымда «Таврида» федераль трассаһын төҙөүгә рәсми старт бирелде. Эштәрҙең башланыуына арналған тантаналы сара бөгөн Белогорский районында үтте. 237 километр оҙонлоғондағы юл Керчь, Симферополь һәм Севастополь ҡалаларын тоташтырасаҡ. Күләмле проектың хаҡы 139 млрд һумдан артмаҫҡа тейеш.  Федераль трасса 2020 йылға файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Румыния, Америка һәм Бөйөк Бритинанияның хәрби көстәре Ҡара диңгеҙҙә уҡыуҙар башлаған. Карап экипаждарының хәрби әҙерлек кимәлен күтәреүгә һәм Төньяҡ Атлантик альянсы илдәре араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән йыйын 15 майға тиклем дауам итә. Ете йөҙҙән ашыу хәрби ҡатнашҡан  уҡыуҙарға һыу суднолары, бер нисә самолет һәм истребитель йәлеп ителгән.  

ХХХ
Бразилия властары бөгөндән Зика вирусына бәйле 2015 йылда ҡабул ителгән ғәҙәттән тыш хәл режимын ғәмәлдән сығарҙы. Ошо ваҡыт эсендә ҡурҡыныс сир йоҡтороусылар 95 процентҡа кәмәгән.  Илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ике йылда яңы тыуған 2 мең 205 сабыйҙа Зика вирусы асыҡланған, 259 бала вафат булған.  

ХХХ
Ҡытайҙа игеҙәктәр фестивале тамамланды. Йыл һайын ойошторолған сараға бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаусылар йыйыла. Быйылғы бәйге донъяның 17 иленән, шул иҫәптән Рәсәйҙән меңдәрсә кешене бер майҙанға тупланы. Ҡытайҙа ул ғәҙәти булмаған иң күләмле карнавал һанала. Был тиклем игеҙәкте башҡа урында осратыу мөмкин түгел, ти фестивалде ойоштороусылар.  

ХХХ
Төркиәнең Батман провинцияһында тарихи-мәҙәни ҡомартҡы һаналған Зәйнәл Бей мавзолейын яңы урынға күсереү башланды. Дәүләт ҡарамағындағы бина 555 йыл элек сафҡа ингән. Белгестәр билдәләүенсә, мавзолейҙы күсереү Йылыһыу гидроҡоролмаһы  төҙөлөшө проектын ғәмәлгә ашырыуға бәйле. Төркиәнең тарихи мираҫы булған объектты урынын шылдырыуға үҙйөрөшлө һигеҙ транспортер йәлеп ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика